

1 ғинуарҙан ағас һатыу эшен күҙәтеү буйынса яңы тәртип көсөнә инде. Был система эшләргә әҙерме? Етешһеҙлектәр бармы? Ошо хаҡтағы фекерҙәре менән урман эше өлкәһендә программа менән тәьмин итеүсе "АВЕРС информ" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры Рөстәм Наил улы Халиҡов уртаҡлашты.
– Электрон оҙатыу документы - үҙгәртеп ҡороуҙың, һанлаштырыуҙың бер өлөшө. Һанлаштырыу урман хужалығында йылдам бара. Мәҫәлән, 2021 йылдың 1 июленән декларация, урманды файҙаланыу отчеты кеүек документтар тик һанлы итеп – электрон документтар төрөндә йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша тапшырыла. 2022 йылдың 1 мартынан урман декларацияһы, урманды файҙаланыу отчеты машина уҡый алған документ төрөндә тапшырылырға тейеш, йәғни ул автоматик рәүештә эшкәртеүгә тәғәйенләнгән. Ағасты бушатыу, күсереү, эшкәртеү электрон оҙатыу документы аша башҡарылырға тейеш. Ул 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем ҡағыҙҙа алып барылһа, хәҙер һанлыға күсерелә.
Һатыусы тауар оҙатҡанда махсус программа менән тәьмин ителгән электрон оҙатыу документы тултыра, ә һатып алыусы ағас материалды ҡабул иткәндә был документты яба. Шулай итеп, бер документ менән иҫәпһеҙ йөрөүҙәргә сик ҡуйыла, йәғни мотлаҡ бөтәһе лә ябылып барырға тейеш. Был махсус программа ярҙамында тормошҡа ашырыла: Федераль урман агентлығы тарафынан махсус сығарылған мобиль ҡушымта йәки Ағасты һәм уның килешеүҙәрҙе иҫәпкә алыу берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының (ЛесЕГАИС) электрон варианты аша. Система тағы ла камиллаштырыуҙы талап итә, әле уның өҫтөндә эш алып барыла. 1 ғинуарҙан 1 мартҡа тиклем урман эшендә ҡатнашыусылар һәр килешеүҙе электрон оҙатыу документы аша алып барырға тейеш.
1 марттан ЛесЕГАИС системаһы артабан камиллашасаҡ – баланс модель барлыҡҡа киләсәк. Ул урман материалдарының һан иҫәбен алып барасаҡ, йәғни һатыусы электрон оҙатыу документын тултырғанда ЛесЕГАИС-та һан иҫәбен дә күрһәтәсәк, күпме ағас ҡалған, ә һатып алыусыла уның күләменең артыуы билдәләнәсәк. ЛесЕГАИС ярҙамында ағастың барлыҡ хәрәкәт сылбыры асыҡ күренә. Был барлыҡ төр ағастарға ла ҡағыла. 2023 йылдың 1 ғинуарынан ЛесЕГАИС туҡтатыласаҡ һәм яңыһы – Урман комплексының федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы (ГИС ЛК) барлыҡҡа киләсәк. Һәм ул берҙәм буласаҡ, – тине Рөстәм Наил улы.
Фото: Рөстәм Халиҡовтың "Бәйләнештә" төркөмөндәге сәхифәһенән.