

Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты ағзаһы, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаты Зариф Байғусҡаров журналистар өсөн матбуғат конференцияһы үткәрәсәк.
Төп тема – 2021 йылда ҡабул ителгән көнүҙәк закон проекттары, 2022 йылға ҡануниәт тармағындағы эш пландары.
Матбуғат конференцияһы 1 февралдә 11.00 сәғәттә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үтә.
Зариф Байғусҡаров былтыр Дәүләт Думаһының һигеҙенсе саҡырылыш депутаты булып Салауат бер мандатлы һайлау округы аша һайланды. 2020 йылдан алып республиканың Ир-егеттәр советы етәксеһе.
Фото: bashkortostan.er.ru