

Рәсәйҙең икенсе кимәлдәге кассация суды, тәғәйен граждандың эшен ҡарағандан һуң, шуны хәл итте: үҙенең ер биләмәһендә шәхси йортон тейешле ваҡытта һала башламаған кешене яуаплылыҡҡа тарттырырға. Бер ҡараһаң, йортто ҡасан төҙөргә йәки бөтөнләй төҙөмәҫкә – уныһы һәр кемдең шәхси эше кеүек. Ҡануниәт иһә бында айырым талаптар ҡуя.
Әлеге осраҡта йорт урыны өсөн бүленгән майҙанды Мәскәү өлкәһе Углич районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре тикшергән. Улар төҙөгән актта яҙылғанса, был урында төҙөлөш алып барылмай, ер эшкәртелмәй, бөтә майҙанды баҫҡан сүп үләне күршеләргә ҡамасаулай.
Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына ярашлы, ер хужаһына 20 мең һумдан алып 50 мең һумға саҡлы штраф янай. Йәки ер майҙанының кадастр хаҡының бер процентынан алып 1,5 процентына саҡлы, әммә 20 мең һумдан да кәм түгел. Бынан тыш, эксперттар раҫлауынса, төҙөлөш йылдар үтеү менән барыбер башланмаһа, Граждандар кодексы был ер майҙанын тартып алырға рөхсәт итә.
Әлеге ер биләмәһе буйынса документтар “Росреестр”ға тапшырылған, әммә унда үҙ ваҡытында сара күрелмәгән. Һөҙөмтәлә эш яңынан ҡаралыуға ебәрелгән. Хәҙер Рәсәйҙә ер майҙанын файҙаланыуҙы тикшереү өсөн пилотһыҙ осоу аппараттары ла ҡулланыла башланы.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН