Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Февраль 2022, 14:14

Интернет балаларын нисек ҡотҡарырға?

“Һанлы донъя” кешене ялмай бара.

potokmedia.rupotokmedia.ru
Фото:potokmedia.ru

Һәр бишенсе педагог интернеттағы эҙәрлекләүҙең нимә икәнен яҡшы аңлай, ләкин яртыһы самаһы уға ҡаршы нисек көрәшергә икәнен белмәй, ә туғыҙ проценты быны бөтөнләй проб­лема тип һанамай. “Бәйләнештә” һәм “Учи.ру” сайттары эксперттары үткәргән һорау алыу шуны күрһәткән. Бындай эҙәрлекләүҙән психикаһы яңы формалашып килгән үҫмерҙе нисек яҡларға һәм бының ҡануни нигеҙҙәре бармы?

Мәктәп уҡыусыларының 70 проценты тирәһе “кибербуллинг” менән бер тапҡыр ғына осрашмаған, ә уларҙың сиреге самаһы ошо эҙәрлекләү тыуҙырған ауыр хис-тойғоһон берәү менән дә уртаҡлашырға йыйынмай икән – тикшереүҙәр шуны күрһәтә. “Һанлы бала саҡ” – был төшөнсә хәҙер фантастика булып күренмәй, сөнки бөгөнгө йәш быуын бөтә нәмәне үҙенең гаджеты аша ҡабул итә һәм тормошто ла ошолай аңлай. Интернет, социаль селтәр һәм “һанлы донъя”лағы кешенең тәртибе уның шәхесе үҫешенең дауамы булып тора.

– Һанлы технологиялар һәм интернет – бөгөнгө социалләштереү саралары, ләкин билдәле дәрәжәлә көйләү булмаһа, улар хәүеф тыуҙыра башлай, – ти Мәскәү ҡала педагогия университеты доценты, “Мәғариф ойошмаһының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү”  магистратураһы етәксеһе Олег Зверев. – Физиологик тәьҫирҙән, йәғни арыу, оҙаҡ эшләүҙән талсығыу, күҙ өсөн проб­леманан, умыртҡа һөйәгенә зыян килеү, тиҙ уйлау һәләтен юғалтыу кеүек үҙенсәлектәр тыуҙырыуҙан тыш, ул психологик хәүеф тә барлыҡҡа килтерергә һәләтле: девиант тәртип һәм кибербуллинг. Проблема шунда: беҙҙә социаль селтәрҙә аралашыу мәҙәниәте юҡ, ориентирҙар ҙа булдырылмаған. Һөҙөмтәлә балалар ят интерпретацияны ысынбарлыҡ тип ҡабул итә һәм алдаҡсыларҙың тоҙағына эләгә.

Әммә балаға социаль селтәрҙә үҙ аккаунтын булдырыуҙы һәм видеояҙма ҡарауҙы тыйырға ярамай, төрлө йүнәлештәрҙең айырмаһын күрергә һәм сикте һиҙемләргә өйрәтергә кәрәк, ти белгестәр. Был юҫыҡта Канадалағы мәктәп уҡыусыһы Аманда Тодд менән булған ваҡиға ғибрәтле: интернеттағы “дуҫтары”ның өгөтләүенә ышанып, ул шәрә килеш төшкән фотоһүрәте менән уртаҡлаша, бер тәүлек эсендә фото социаль селтәрҙә киң тарала, класташтарының төртмәле аңлатмалары, төрлө таныш йәки ят кешеләрҙән мыҫҡыллауҙар, янауҙар туҡтауһыҙ ағыла. Был тарих үтә фажиғәле тамамлана.

Мәктәп был осраҡта баланы нисек яҡлай ала? Бала мәктәп биләмәһендә саҡта белем усағы уның өсөн хәүефһеҙ мөхит тыуҙыра ала. Ә унан ситтә булғанда уҡыусыны йәшәйеш хәүефһеҙлеге йәки информатика дәрестәрендә бирелгән таһыллыҡ һәм тәжрибә яҡлай ала. “Төрлө сетерекле хәлдәрҙә үҙеңде нисек һаҡларға икәнен мәктәптә үк өйрәтеү кәрәклеге бер кемдә лә бәхәс тыуҙырмайҙыр. Тәнҡит күҙлегенән ҡарауҙы үҫтереү кисекмәҫтән талап ителә. Бында “тыйырға-рөхсәт итергә” принцибы эшләмәйәсәк”, – ти Олег Зверев. Әммә, уның әйтеүенсә, бөтә уҡытыусылар ҙа балалар менән киберхәүефһеҙлек темаһына һөйләшергә әҙер түгел.

– Уҡытыусыларҙың һанлы технологиялар буйынса грамоталылығын камиллаштырыу заман талабы булараҡ өлгөрөп етте, – ти эксперт. – Юғиһә, педагогтарҙың ҡайһы берҙәре кибербуллинг күренеше бар икәнен бөтөнләй инҡар итә, интернет селтәре аша килгән башҡа хәүеф-хәтәрҙе лә күрмәй йәки күрергә теләмәй. Бала менән уныңса һөйләшергә кәрәк, уның “артыҡ” күп һорауҙар биреүенән ҡурҡырға ярамай. Әйткәндәй, яуап урынына һорау биреү ҙә ҡайһы саҡ урынлы, сөнки хәҙерге заман балалары үҙҙәре лә беҙҙе нимәгәлер өйрәтә ала. Уҡытыусыларға үҙ уҡыусыларының нисек йәшәүе, нимәләр менән ҡыҙыҡһыныуы мөһим икәнлеген балалар аңларға тейеш.

– Дәрестә беҙ теге йәки был мәғлүмәттең персональ әһәмиәткә эйә булыуы, социаль селтәрҙә үҙең тураһында нимәләр яҙырға мөмкин булыуын, ә нимәнең ярамағанын төшөндөрәбеҙ, – ти бер уҡытыусы. – Ҡайһы бер ҡулланыусыларҙың социаль селтәрҙәге сәхифәләрен ҡарайбыҙ, профилдең хәүефһеҙлек йәһәтенән яҡланғанлығы һәйбәтерәк булһын өсөн нимәләр эшләү мөмкинлеген анализлайбыҙ. Бынан тыш, “Мәскәү мәктәбендәге инженерлыҡ класы” проекты буйынса юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.

Төрлө илдәрҙә интернеттан файҙаланғанда балаларҙың психикаһын ҡурсалау маҡсатында ҡануни саралар күрелә. Ҡытайҙа, мәҫәлән, балалар һәм үҫмерҙәрҙең “Доу-инь” социаль селтәрен ҡулланыу ваҡытын тәүлегенә 40 минутҡа тиклем сикләгәндәр. 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн был ҡушымта киске сәғәт 10-дан иртәнге сәғәт 6-ға саҡлы ябыҡ. “Доу-инь” ҡушымтаһында теркәлеү өсөн ысын исем-шәрифеңде атарға кәрәк: программа шунда уҡ баланың йәшен билдәләй һәм асылырғамы-юҡмы икәнлеген хәл итә. Программаға шулай уҡ сабыйҙы автоматик рәүештә йөҙөнә ҡарап таныу системаһы ла индерелгән. Социаль селтәр алгоритмдары агрессив һүҙҙәрҙе табырға ла һәләтле, был һүҙҙәр шунда уҡ юйып ташлана һәм уларҙы яҙған кеше өсөн был социаль селтәр автоматик рәүештә ябыла.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас