

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай күптән түгел үткәргән ултырышында рөхсәтһеҙ пассажир ташыған автобустарға ҡаршы көрәштең яңы ысулдарын тәҡдим итте: Рәсәй Дәүләт Думаһына Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың транспорт сараларын туҡтатыу процесын көйләгән статьяһына төҙәтмәләр проекты ебәрелде.
Сығымдарҙы үҙҙәре түләһен
Депутаттар маршрут картаһыҙ эшләгән пассажирҙар транспортын туҡтатыу хоҡуғын ҡануни яҡтан нығытырға, ә был транспортты күсереү һәм һаҡлау буйынса сығымдарҙы ошо ташыусының үҙенән ҡаплатырға тәҡдим итә. Парламент етәксеһе Константин Толкачев билдәләүенсә, был үҙгәреш пассажирҙар ташыу баҙарында тәртип булдырыуҙа йоғонтоло алым була аласаҡ.
Проектты, йәғни Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 27.13-сө статьяһына тәҡдим ителгән үҙгәреште, Дәүләт Думаһы тәүге уҡыуҙа ҡараясаҡ. Башҡортостан парламенты тәҡдим иткәнсә, маршрут картаһыҙ эшләгән транспорт ҡулға алынырға түгел, ә туҡтатылырға ғына тейеш, был осраҡта эвакуатор һәм штраф туҡталҡаһында һаҡлау өсөн сығымды ташыусы үҙе түләй ала. Бөгөнгө ҡануниәт иһә ҡулға алынған транспортты һаҡлауҙы муниципалитетҡа йөкмәтә. Ошо тәҡдим ҡабул ителә ҡалһа, урындағы үҙидара органдары был финанс сығымынан ҡотоласаҡ.
Закон проектына аңлатмала әйтелеүенсә, транспорт сараларын туҡтатыу ғәмәле Рәсәйҙә федераль әһәмиәтле дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарға ҙур йөк автомобилдәре килтергән зыянды ҡаплатыу буйынса бурыс барлыҡҡа килгәндә ҡулланыла. “Зыян килтергән өсөн түләү индерелмәгән осраҡта транспортты туҡтатыу ғәмәле үҙенең йоғонтололоғон күрһәтте – әлеге ваҡытҡа ошо даирәлә талаптарҙы боҙоу осраҡтары ҡалманы тиерлек”, тип әйтелә документта.
Проектты әҙерләүселәр билдәләүенсә, 2018 йылдың октябренән алып 2019 йылдың октябренә саҡлы Башҡортостанда муниципаль, муниципаль-ара һәм төбәк-ара юлдарҙа рөхсәтһеҙ кеше ташыған 274 транспорт сараһы ҡулға алынған. Өфө ҡалаһында был сара рөхсәтһеҙ кеше ташыуҙы туҡтатҡан, әммә муниципалитет ҡаҙнаһы өсөн сығымды арттырған. “Ҙур ҡалалар өсөн был бурыс ауыр булмаһа ла, бәләкәй муниципалитеттар өсөн артыҡ йөк кенә”, – ти Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.
Штраф килемгә ҡарап алынһын
Автомобиль транспортына һәм уның хужаларына ҡағылышлы ҡануниәттең башҡа өлкәләрендә лә хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр байтаҡ.
Күптән түгел киң мәғлүмәт саралары күренекле артист Филипп Киркоровтың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн штрафтары бер йыл эсендә 90-ға етеүе тураһында хәбәр иткәйне. Эш судҡа барып еткәс, бөтә квитанцияларҙың түләнгәнлеге асыҡлана. Әммә эш унда түгел. Тимәк, кеше юлда күпме хоҡуҡ боҙһа ла, әгәр ул штрафтарҙы түләп бара икән, уға бер ниндәй дәғүә белдереп булмай.
Хәҙерге заманда даими рәүештә рулдәге кеше юл ҡағиҙәләрен боҙмай ҡалмай. Белеп тә, белмәйенсә лә. Тәүге осраҡта ашығыуы, ҡайҙалыр барып өлгөрөүҙе штраф түләүҙән өҫтөнөрәк ҡуйыуы сәбәпсе. Икенсеһе йышыраҡтыр ҙа, моғайын – камералар бөгөн аҙым һайын, ә юл билдәләре һис көтмәгәндә пәйҙә була. Айырыуса тиҙлекте сикләгәндәрен алдараҡ күреп өлгөрөүе ҡыйын. Шуға күрә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының рәсми сайтындағы халыҡ иң йыш ингән сервис – штрафтарҙы тикшереү. Уныһының сәбәбе сер түгел: белеүебеҙсә, штраф тураһындағы ҡарарҙан һуң 20 көн эсендә был түләмдең 50 процентын ҡаплап ҡына ҡотолорға була.
Күптән түгел телевидение аша Мәскәүҙәге юл-транспорт ваҡиғаһын күрһәттеләр: аварияла ғәйепле кеше юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн быйыл ғына 600 тапҡыр штраф санкцияһына тарыған. Әммә ошо авария булған көнгә уларҙың 12-һе генә түләнмәгән икән, сөнки ваҡыты әле уҙмаған... Тимәк, уны был йәһәттән ғәйепләрлек нигеҙ ҙә юҡ. Ни өсөн икәне асыҡ: Рәсәй ҡануниәтендә, штраф ваҡытында түләнеп бара икән, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен даими боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралмаған. Һөҙөмтәлә байҙар көн һайын штраф түләүҙе сүпкә лә һанамай, ҡаҙнаға ла аҡса инеп тора.
Был ғәҙелһеҙлекте нисек туҡтатырға була? Финляндия, Швеция, Швейцария һәм башҡа илдәрҙә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф суммаһы кешенең килеменә ҡарап билдәләнә. Беҙҙә лә шулай эшләп булмаймы?
Эксперттар фекеренсә, был тәҡдим әленән-әле ишетелә, ләкин беҙҙең шарттарҙа уны тормошҡа ашырыу икеле: ҡыйбатлы иномаркаларҙың хужалары, ҡағиҙә булараҡ, йә эшһеҙ статусына эйә, йә – пенсионер. Һүҙ бында, әлбиттә, милектең рәсми теркәлеүе тураһында бара. Әгәр ҙә ошо күрһәтелгән илдәрҙәге кеүек ысулға күсһәк, бөгөн ысын хужаларында булған “Роллс-Ройс”, “Майбах”, “Бентли” һәм башҡа ҡиммәтле автомобилдәр ҙә шул көндә үк пенсионерҙар һәм хатта берәҙәктәр исеменә теркәләсәк.
Бында тағы бер шарт бар: штрафты күпселек осраҡта дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре камералар биргән мәғлүмәттәр нигеҙендә билдәләй. Әммә уларҙың һалым хеҙмәте мәғлүмәттәренә лә, банктағы иҫәптәрҙең әйләнешенә лә инеп ҡарау мөмкинлеге юҡ. Финляндияла һәм Швецияла бындай штрафты полиция хеҙмәткәрҙәре тәғәйенләмәй икән, улар юл ҡағиҙәләрен боҙоу тураһындағы материалды вәкәләтле органға ебәрә. Әммә тегеләре тәғәйенләгән штрафҡа ҡарата автомобиль хужаһы дәғүә белдерергә хоҡуҡлы һәм суд, әйтәйек, ниндәйҙер бер миллионерға ҡарата булған 170 мең евро күләмендәге штрафты 100 мең евроға саҡлы төшөрөргә лә мөмкин.
Ә хәҙер Рәсәйҙе күҙ алдына килтерәйек: беҙҙә күҙәтеү камералары аша ғына ла йылына 145 миллион һум штраф һалына. Уларҙың һәр береһе буйынса суд дәғүәләре була башлаһа, был тикшереүҙең оҙаҡ йылдарға һуҙылыуы ихтимал, етмәһә, көн һайын яңылары өҫтәлеп торасаҡ.
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Автомобилселәр хоҡуғын яҡлау” төркөмө етәксеһе Петр Шкуматов шулай тип яҙа: “Беҙҙә штраф күләме юлдағы хоҡуҡ боҙоуҙың хәүефлелек кимәленә ҡарап билдәләнә. Әйтәйек, тиҙлекте сәғәтенә рөхсәт ителгәндән 40 километрға арттырып ебәреү бөтәһе өсөн дә бер кимәлдәге хәүеф тыуҙыра, шуға күрә миллионер ҙа, пенсионер ҙа бер үк штрафты түләй. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ошондай юл тәҡдим итә: камералар юл ҡағиҙәһен боҙоуҙы теркәй бара, ләкин шоферҙың бындай хаталары йылына биштән ашмай икән, уға иҫкәртеү яһау менән генә сикләнәләр. Йылына биштән дә уҙып китһә, штраф һалына. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар йылына 100-ҙән ашып китә икән, уларҙың һәр осрағынан бишәр мең һум штраф түләтелә. Бындай шарттарҙа ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмаусылар тейешле язаһын ала, ә законды үтәп йәшәргә күнеккән граждандар зыян күрмәйәсәк”.
Максим ИМАЕВ,
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының транспорт өлкәһендәге контроль буйынса секторы мөдире:
– Транспорт өлкәһендәге күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Автомобиль юлдарындағы күҙәтеү буйынса Көнбайыш Урал төбәк-ара дәүләт идаралығының хеҙмәткәрҙәре менән берлектә муниципаль-ара юлдарҙа рөхсәтһеҙ пассажир ташыусыларҙы асыҡлау буйынса даими рәүештә рейдтар үткәреп торабыҙ.
Күптән түгел Өфөгә ингән урында Ишембай – Өфө һәм Күмертау – Өфө маршруттарында йөрөгән пассажир автобустарын һәм таксиҙарын тикшереү буйынса сираттағы сараны ойошторҙоҡ. Водителдәрҙең пассажир ташырға рөхсәт документтарын тикшерҙек. Еңел маршрут автомобилдәре хужалары ла ойошма йәки шәхси эшҡыуар булып теркәлергә бурыслы, уның маршрут картаһы, водитель таныҡлығы һәм транспортының техник тикшерелеү документы булырға тейеш. Рейд барышында лицензияһыҙ бер нисә автобусты туҡтаттыҡ. Уларға ҡарата протоколдар төҙөлдө һәм судҡа ебәрелде. Бындай тикшереүҙәр артабан да дауам итәсәк.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН