

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡоростан буйынса идаралығының Учалы район-ара суд приставтары бүлеге 1988 йылғы Денис Иҫәнгилдингә ҡарата башҡарыу эше ҡуҙғатҡан. Ул 10 йәшлек ҡыҙына матди ярҙам күрһәтмәй, йәғни алимент түләмәй.
Бәлиғ булмаған баланың хоҡуҡтарын тергеҙеү маҡсатында, “Башҡарыу эше тураһында”ғы ҡануниәттә ҡаралған саралар ҡулланылған, шул иҫәптән әйләнештәге барлыҡ иҫәптәренән аҡса тотоу ҡаралған, Рәсәйҙән ситкә сығыу тыйылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бурыслы ир суд приставтары хеҙмәтенә барыуҙан ҡасып йөрөй. Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡоростан буйынса идаралығы уны эҙләү тураһында иғлан иткән.
Денис Иҫәнгилдин Санкт-Петербург ҡалаһында ҡасып йөрөй тигән фараз да бар. Уны күргәндәрҙән республиканың Суд приставтары идаралығына түбәндәге телефондарға шылтыртыуығыҙ һорала: 8 (961) 357-46-56, 8 (347) 273-56-40.
Ведомство эҙләүгә биргән бурыслылар тураһында мәғлүмәттәр менән Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡоростан буйынса идаралығының “Эҙләү” бүлегендә таныша алһығыҙ: https://r02.fssp.gov.ru/search_debtors/.
Фото: Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡоростан буйынса идаралығынан.