

Мәғлүм булыуынса, Өфө ҡалаһының ике муниципаль предприятиеһы үҙ хеҙмәткәрҙәренә бер нисә ай хеҙмәт хаҡын түләмәгән. Уларҙың битарафлығы арҡаһында 132 кеше аҡсаһыҙ ҡалғас, прокуратураға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Тикшереү һөҙөмтәһендә закон боҙоу осрағы асыҡланған, прокурор ғаризаһы буйынса судья тейешле эш хаҡын түләттереү тураһында ҡарар сығарған.
Һөҙөмтәлә Дим районының суд приставтары бүлексәһе ике коммуналь хеҙмәт предприятиеларына ҡарата 132 кешегә хеҙмәт хаҡын түләттәреү тураһында башҡарыу эше ҡуҙғата. Дөйөм бурыс 5 миллион 448 мең 278 һум тәшкил иткән. Суд приставтары бурыслыларға башҡарыу эше ҡуҙғатылыуы, уны ирекле үтәүгә бирелгән ваҡыт, шулай уҡ суд ҡарарын ваҡытында үтәмәгән өсөн Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексының 315-се статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығы ҡаралыуы тураһында иҫкәртә.
Һөҙөмтәлә ике компанияның да етәксеһе тиҙ арала тулыһынса бурыстарҙы ҡаплай – эшселәр тейешле эш хаҡын ала. Иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар, тиһә лә халыҡ мәҡәле, һәр кем эшләгәне өсөн ваҡытында һәм иҫкәртеүһеҙ аҡса алырға тейеш. Әгәр һеҙгә лә ваҡытында хеҙмәт хаҡын түләмәһәләр йәки хоҡуҡтарығыҙҙы боҙһалар, уларҙы яҡлауҙы һорап прокуратура органдарына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Фото: Башҡортостан буйынса Суд приставы идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.