

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Новосибирск өлкәһенән телефон аша мутлашыусыны асыҡлап, ҡулға алған.
Яуыз бәндә “Һеҙҙең улығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны” схемаһы аша эш иткән. Зыян күргәндәрҙең төп өлөшө Дыуан районы кешеләренә тура килә.
Бер нисә ай дауамында ир Башҡортостан кешеләрен алдауын дауам иткән. Тәштишселәр мәғлүмәттәре буйынса, Новосибирск өлкәһенән 39 йәшлек ир бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән. Ул ҡорбандарына: “Һеҙҙең туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны”, – тип алдап шылтыратҡан.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Енәйәтте тикшереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, шик аҫтында булған кеше Новосибирск өлкәһендә йәшәп, Интернет селтәре аша Дыуан районы кешеләренең телефон һандарын табып, шылтыратып ятҡан. Билдәһеҙ ирҙең телефонын алғандар шунда уҡ уның психологик тәьҫир ауына эләккән. Ул ҡорбандарының ышанысына инеп, “аварияға осраным һәм ҡыҙҙы бәрҙерҙем” тип, кешеләрҙе шаңҡытып, хәлде урында “хәл итергә” вәғәҙә биргән һәм аҡса таптырған.
Зыян күреүселәр был хаҡта мәғлүмәтте тикшереп, асыҡлау кәрәклеге тураһында ла онотҡан. Туғандарын енәйәт яуаплылығынан аралап ҡалырға теләп, шунда уҡ аҡса күсергәндәр. Аҡсаны онлайн рәүештә күсерә алмаған ололарҙан төрлө таксистар ебәреп алдыртҡан һәм аҡсаны банкомат аша абонент һанына күсерттергән.
Дыуан район эске эштәр бүлегендә ошондай осраҡтар бер тиҫтәнән ашыу теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, мутлашыусы полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алғансы 250 мең һумдан ашыу аҡса йыйып өлгөргән.
Ул әле һаҡ аҫтында һәм Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһына буйынса (“мутлашыу”) енәйәт эше ҡуҙғатҡандар. Ирҙең башҡа ошондай енәйәттәргә ҡағылышлығын тикшерәләр.
Ошондай ситтән тороп мутлашыусыларҙың артыуына бәйле, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы граждандарҙы уяу булырға һәм таныш булмаған кешеләргә ышанмаҫҡа саҡыра. Таныштарығыҙ йәки туғандарығыҙ телефон аша ярҙам һораһа, уға үҙегеҙ белгән телефондан мотлаҡ шылтыратығыҙ. Һеҙҙең менән ысынлап та яҡын кешегеҙ һөйләшеүен асыҡлау мөһим. Шулай уҡ уларҙың исеменән килгән, мөрәжәғәт иткән осраҡлы курьерҙар аша аҡса тапшырмағыҙ. Мутлашыусыларҙың ошондай эшмәкәрлеге тураһында яҡындарығыҙға һәм ололарға һөйләгеҙ.
Мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Диана Нәғимова.
Фото: oushatur.ru