Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Февраль 2022, 17:00

Әсә менән бала ауыр хәлдә...

Аварияла ғәйепле 20 йәшлек егет туғыҙ йылға иркенән мәхрүм ителде.

Әсә менән бала ауыр хәлдә...Әсә менән бала ауыр хәлдә...
Әсә менән бала ауыр хәлдә...

Аварияла автомобилдең емерелеүе, юҡҡа сығыуы матди юғалтыу булһа, ә ғүмерҙәр өҙөлөүе йәки инвалид булып ҡалыу һәр кеше өсөн ҡайтарғыһыҙ юғалтыу. “Тимер ат”ты төҙәтергә, яңыһын алырға мөмкин, ә ғүмер, һаулыҡ кире ҡайтмай. Быға әллә ҡайҙан миҫалдар, иҫбатлауҙар эҙләп тороу кәрәкмәй, улар аҙым һайын, көн дә ҡабатланып торған юл-транспорт ваҡиғалары теҙмәһендә сағылып тора.

Мәҫәлән, 2 февралдә иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһендә Бәләбәй — Николаевка — Туймазы — Баҡалы автомобиль юлының 127-се саҡрымында "Лада Ларгус" (Баҡалы үҙәк район дауаханаһының медицина хеҙмәтенеке) һәм "ВАЗ-21140" автомобилдәре бәрелешкән. Фажиғәлә бер ҡатын һәм ике бала зыян күреп, дауаханаға оҙатыла. Әле мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 34 йәшлек ҡатындың хәле — бик ауыр, алты йәшлек малайҙыҡы — ауыр, 14 йәшлек үҫмерҙеке иһә уртаса тип баһалана.

“Ә ҡалған өс кеше амбулатор хеҙмәтләндерелде. "Ашығыс ярҙам" машинаһындағы водитель һәм табип имен-һау”, — ти ведомствоның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Алешина.

Бына, кемдеңдер ғәйебе, ҡабаланыуы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы, яуапһыҙлығы сәбәпле өс кеше дауаханала, етмәһә, икәүһенең хәле ауыр. Был осраҡта ҡағиҙә боҙоусы өсөн дә, зыян күргәндәргә һәм уларҙың яҡындарына ла ауыр. Өс бала зыян күреүгә бәйле, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса баш идаралығы был эште үҙҙәренә биреүен һорап, район прокуратураһына мөрәжәғәт иткән. Тимәк, авария сәбәпсеһенә закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.

Белеүебеҙсә, юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйеплеләргә ҡарата ҡануниәт ҡәтғиләнә бара. Мәҫәлән, Бишбүләк район-ара суды “юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоп, ике һәм унан да күберәк кешенең үлеменә килтергәне, ваҡиға урынын ҡалдырып киткәне өсөн” статьяһы буйынса 20 йәшлек егетте туғыҙ йылға иркенән мәхрүм итте, ул был ваҡытты колония-ауылда уҙғарасаҡ, уға өс йыл автомобилдә йөрөү тыйылған. Әле хөкөм тулы көсөнә инмәгән.

Был хөкөм 2021 йылдың октябрендә Бишбүләк ауылында булған авария буйынса сығарылған. Егет “Лада Приора” автомобилендә ике ирҙе бәрҙергән, һәм улар алған йәрәхәттән һәләк булған.

Бындай аяныслы хәлгә һәр кем тарыуы ихтимал, шуға ла һис ҡасан уяулыҡты юғалтырға ярамай. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар.

Фото: @mchsrb

Әсә менән бала ауыр хәлдә...
Әсә менән бала ауыр хәлдә...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас