Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Февраль 2022, 03:59

Ҡасан суррогатҡа сик ҡуйылыр?

Суррогат араҡы йәмғиәттә айырыуса ҙур хәүеф тыуҙыра. Былтыр Ырымбур өлкәһендә ялған араҡы эсеп, биш тиҫтәгә яҡын кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Был хәл-ваҡиғалар ғибрәтле миҫал булып тора. Үлмәгән осраҡта ла ундай эсемлектәр кешенең һаулығын ҡаҡшата, эске ағзаларын сафтан сығарып, инвалид итә. Шуға ла илебеҙ халҡының именлеге хаҡына был йүнәлештә көрәште туҡтатырға ярамай.

Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәй Федерацияһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһын­дағы кодексына үҙгәрештәр индереп, суррогатҡа ҡағылышлы закондарҙы көсәйтеүгә өлгәште.

Яңы үҙгәрештәргә ярашлы түбәндәге яза төрҙәре ҡаралған:

– маркировкаһы булмаған алкоголде һәм спиртлы эсемлектәрҙе ташыған өсөн 15 мең һумдан алып 25 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ һәм барлыҡ тауар тартып алынасаҡ;

– маркировкаһыҙ алкоголле эсемлекте етештергән һәм мәғлүмәт индергән өсөн ойошмаларға – 200 мең һумдан алып 300 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә 30 мең һумдан 50 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ, тауар тартып алынасаҡ.

– Миңә полиция хеҙмәткәрҙәре лә, ябай граждандар ҙа мөрәжәғәт итте. Улар һатыу маҡсатында ҙур күләмдә суррогат араҡыны ташыған кешене тотҡан осраҡта бары өс мең һум штраф түләйҙәр һәм артабан да кешеләрҙе ағыулау буйынса “шөғөлдәрен” дауам итәләр, тип һөйләнеләр, – тине Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. – Ошо мәсьәләгә ҡағылышлы барлыҡ ведомстволарға язаны көсәйтеү тураһында һорауҙар ебәрҙем. Хеҙмәттәштәрем менән закон проектын әҙерләнек. Тәртип боҙоуҙар өсөн штраф күләмен биштән алып ун тапҡырға тиклем арттырҙыҡ. Ошондай хоҡуҡ боҙоуҙар иҫәбенә ҡарап, тағы ла насар ҡылығын ҡабатлаусыларҙы енәйәт яуаплы­лығына тарттырыуҙы индереү тураһында уйлайбыҙ.

Депутат белдереүенсә, 2017 йылда коллегалары менән берлектә “суррогат” һатҡан өсөн штраф күләме 30–50 мең һумға тиклем артты­рылған, ә уға тиклем 2,5 мең һум булған. Шулай уҡ Рәсәй Федера­цияһының Енәйәт кодексына үҙгә­рештәр индерелгән – ялған араҡы һатҡан өсөн штраф һалынған кеше ошондай уҡ тәртип боҙоуҙы ҡабат­лағанда енәйәт яуаплылығына тарт­тырыласаҡ.

Әлбиттә, ошо күрелгән саралар ялған араҡы һатыусыларға йоғонто яһай. 2018 йылдан уны һатыу һәм ағыуланып үлеүселәр һаны кәмегән. Әммә “суррогат” тигән яуызды тулыһынса юҡ итеү өсөн был йүнәлештә эшләргә лә эшләргә кәрәк.

Константин БОНДАРЕВ:

– Осһоҙ араҡыға һорау булғанда, уны артабан да етештерәсәктәр. Бер ниндәй ҙә көрәш сараһы ярҙам итмәйәсәк: халыҡ эсте һәм эсәсәк. Ауылдарҙа эшһеҙлек, колхоздар тарҡалып бөттө. Эш биреүселәр ябай халыҡ менән иҫәпләшмәй, аңлау юҡ. “Оҡшамай икән, ана ишек асыҡ”, – тип кенә яуап бирә.

 

Гөлфиә ӘХМӘРОВА:

– Алкоголдең кеше организмына зыянлы булыуы, кешеләрҙең яҙмыштарын, ғаиләләрен боҙоуы тураһында һәр кем белә, әммә суррогатты етештереүҙе һәм һатыуҙы дауам итәләр. Законға индерелгән үҙгәрештәргә бәйле хәл бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрер, тигән өмөт бар.

Рәмилә МУСИНА 

Читайте нас