Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Февраль 2022, 04:02

Ҡәбәхәт атайҙың енәйәте фашланған

Яҡлауға мохтаж балаға йоғоноу, ҡул күтәреү, мыҫҡыллау кеүек енәйәттәрҙе бер нисек тә аңлап та, аҡлап та булмай. Ундай ҡәбәхәттәрҙе рухи яҡтан зәғиф, ауырыу кеше тип әйтергә мөмкин, һәм уларға беҙҙең йәмғиәттә урын булмаҫҡа тейеш. Ғәмәлдә ошондай енәйәт ҡылған кешеләр бындай бысраҡ ғәмәлдәрен күп осраҡта яңынан ҡабатлаусан.

Күптән түгел Дәүләт Думаһы депутаттары бер тауыштан педофилдарға ҡарата язаны көсәйтеү тураһында закон ҡабул итте. 18 йәшкә тиклемге баланы мәсхәрәләгән өсөн ултырып сыҡҡан әҙәм аҡтығы ошондай уҡ енәйәтте ҡабат ҡылған осраҡта, ике һәм унан да күберәк балаға тейгәндә, ғүмерлеккә төрмәгә ябыласаҡ.

Ошо көндәрҙә Учалы районы кешеһе бәлиғ булмаған ҡыҙҙың енси тейелге­һеҙлегенә йоғонғаны өсөн 17 йылға иркенән мәхрүм ителде. Суд,  Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының Учалы ҡалаһы буйынса тәфтиш бүлеге туплаған дәлилдәрҙе Учалы районында йәшәгән 46 йәшлек ирҙең ошондай енәйәт ҡылыуын иҫбатлауға етерлек тип баһалап, хөкөм ҡарары сығарҙы. Ул Рәсәй Енәйәт кодексының 131-се статьяһының 3-сө һәм 4-се өлөштәрендә, 132-се статьяһының 4-се өлөшөндә ҡаралған енәйәттәрҙе ҡылыуҙа ғәйепле тип танылған.

Мәғлүм булыуынса, ғәйепләнеүсе 2009  йылдарҙан  үгәй ҡыҙын мәсхәрәләгән. Уның енәйәте һөҙөмтәһендә 2018 йылда үгәй ҡыҙы ауырға ҡалып, бала таба. Үҙ ҡыҙҙарына ла ҡул һуҙа башлағас, үгәй ҡыҙы һәм үҙенең ҡыҙҙарының береһе хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә бысраҡ уйлы ир ҡулға алына.

Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таныған. Суд уны 17 йыл да алты айға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатырға тигән ҡарар сығарҙы, ул ваҡыттың ике йылында ирке бөтөнләй сикләнәсәк.

Әлбиттә, был хөкөм быға тиклем ғәмәлдә булған ҡануниәттәргә ярашлы сығарылған. Ә яңы закон көсөнә ингән осраҡта, уның кеүек ҡәбәхәттәр ғүмерлеккә төрмәгә ябыласаҡ.

Рәмилә МУСИНА 

Читайте нас