

Рәсәйҙә кемдер бәләгә тарымайынса, шаҡ ҡатырлыҡ ваҡиға булмайынса сара күрелмәүе – ғәҙәти күренеш ул. Үҙәк баҫмаларҙа хәбәр итеүҙәренсә, Байкал аръяғы крайында эттәр ете йәшлек ҡыҙҙы талап үлтергән. Ошо фажиғәнән һуң Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин үҙәк аппаратҡа берәҙәк эттәрҙең кешеләргә һөжүм итеү осраҡтары буйынса хәлдәрҙе анализларға ҡушты.
– Бындай хәлдәрҙе иҫкәртеү өсөн федераль, төбәк ҡануниәттәрен көсәйтеү талап ителгәне күренеп тора. Тәҡдимдәрҙә фажиғәләрҙе иҫкәртеү һәм уны ғәмәлгә ашырыу өсөн һөҙөмтәле юлдар, шулай уҡ төбәктәрҙә вазифалы кешеләрҙең был өлкәлә яуаплылыҡ даирәһе билдәләнергә, уның үтәлешен күҙәтеү системаһы иҫәпкә алынырға тейеш, шул иҫәптән хайуандар менән мөғәмәлә итеү йүнәлешендә эшләгән вазифалы кешеләрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыуға тиклем саралар күреү мотлаҡ, – тип был хәлгә баһа бирҙеләр Тәфтиш комитетында.
Рәсәй Тәфтиш комитетының мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Байкал аръяғы крайында ғына эттәрҙең кешеләргә һөжүм иткән биш осрағы теркәлгән. Алыҫ китергә түгел, Учалы районының Сәфәр ауылындағы фажиғәне онотоу мөмкинме ни?! Дүрт йәшлек баланы эттәр талап үлтерҙе! Бындай осраҡтар илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә булып тора. Новосибирск, Һарытау, Смоленск, Воронеж өлкәләрендә, Саха (Яҡут), Бүрәт республикаларында һәм башҡа төбәктәрҙә берәҙәк эттәрҙе аулау буйынса яуаплы етәкселәрҙең сара күрмәүенә бәйле тикшереүҙәр бара.
Ғинуарҙа Өфөлә эттәрҙең мәктәп биләмәһенә эйәләшеп алыуына бәйле ялыу булған. Быйыл баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһендә урам эттәренең балаларға һөжүм итеүенә бәйле ике осраҡ теркәлгән. Бәхеткә күрә, 10 һәм 13 йәшлек балалар иҫән ҡалған.
Парламенттың Түбәнге палатаһынан хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин, депутаттар төбәктәр, контроль-күҙәтеү органдары һәм хайуандарҙы яҡлаусы ойошмалар менән берлектә берәҙәк эттәрҙең кешеләргә һөжүм итеү мәсьәләһен хәл итеү буйынса тәҡдимдәрен әҙерләйәсәк.
– Дәүләт Думаһы ҡануниәтте үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәрҙе әҙерләү тураһында ҡарар ҡабул итте, – тине Вячеслав Володин “Телеграмм-канал”дағы диуарында.
Уның һүҙҙәренсә, закон проекты урындарҙа берәҙәк йәнлектәргә бәйле хәл өсөн чиновниктарҙың яуаплылығын арттырасаҡ. Бынан тыш, Дәүләт Думаһы күргән саралар бәләкәй дуҫтарыбыҙға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән тәҡдимдәргә булышлыҡ итеү өсөн өҫтәмә саралар әҙерләргә ниәтләнә. Был осраҡта ергә һалымдан азат итеү, аҙыҡ алыуға, стерилләүгә йәки приюттар төҙөүгә гранттар бүлеү тураһында һүҙ бара.
Тәҡдимдәрҙе әҙерләү менән эшсе төркөм шөғөлләнәсәк. Уға Дәүләт Думаһының Экология, тәбиғи байлыҡтар һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Бурматов етәкселек итәсәк. Дәүләт Думаһында белдереүҙәренсә, берәҙәк йәнлектәрҙең кешеләргә һөжүм итеүе муниципаль властарҙың сара күрмәүенә һәм ҡайһы бер төбәктәрҙәге чиновниктарҙың ҡушылғанды үтәмәүенә бәйле.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йорт хайуандарын мотлаҡ идентификациялау һәм иҫәпкә ҡуйыу буйынса федераль тәҡдимде хуплауын белдерҙе. Төбәк парламенты мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ветеринария өлкәһендәге мөнәсәбәттәрҙе хоҡуҡи көйләүҙе камиллаштырыу өлкәһендә законға тейешле төҙәтмәләр әҙерләй.
Әйткәндәй, былтыр Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Дәүләт Думаһына ошондай тәҡдимде ҡарауға индергән. Профилле комитет һәм хоҡуҡ бүлеге закон проектын ыңғай баһалаған, әммә ул беренсе уҡыуҙа уҡ үтмәгән. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың һүҙҙәренсә, йорт хайуандарын мотлаҡ идентификациялау бер нисә мәсьәләне хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк. Чип ҡуйылған осраҡта хужаларға юғалған хайуандарын табыу еңелләшәсәк. Бынан тыш, кешеләргә һөжүм иткән эттәрҙе эҙләү ябайлашасаҡ. Шулай уҡ йорт хайуандарын ҡалдырып киткән хужаларҙы асыҡлау һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырыу еңеләйәсәк.
– Бөгөн барлыҡ төбәктәрҙә лә яһил эттәр көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Закон буйынса, эттең хужаһыҙ булыуына бәйле, уны үлтерергә ярамай. Уны стерилләргә, вакцина эшләргә һәм иреккә сығарырға йәки приютта тоторға кәрәк. Әммә, беренсенән, был талаптар финанс яғынан насар нығытылған, икенсенән, ташланған йорт хайуандары урам берәҙәктәре һанын арттыра. Һөҙөмтәлә берәҙәк эттәр иҫәбе контролдә тотолмай. Әгәр ҙә йорттағы тәрбиәләнеүселәр өсөн яуаплылыҡты арттырһаҡ, урамда берәҙәк йәнлектәр бер туҡтауһыҙ артмаясаҡ, – ти Константин Толкачев.
Хайуандарҙы мотлаҡ маркировкалау тураһындағы закон проекты Дәүләт Думаһына былтыр ноябрҙә индерелгән, уны 26 ғинуарҙа беренсе уҡыуҙа ҡаранылар. Дәүләт Думаһының Экология, тәбиғәт сығанаҡтары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Бурматов әйтеүенсә, документта тик ауыл хужалығы хайуандары тураһында һүҙ бара, Ауыл хужалығы министрлығы проектты икенсе ҡарауға бесәй, эт һәм башҡа йорт хайуандарына чип ҡуйыу мәсьәләһен өҫтәп индерәсәк.
“Хайуандар өсөн тауыштар” йәмәғәт ойошмаһының рәйесе Динара Агеева белдереүенсә, маркировка юғалған йәки ташланған хайуандарҙың хужаларын асыҡлауға һәм яуаплылыҡҡа тарттырыуға булышлыҡ итәсәк. “Әлбиттә, был булған мәсьәләләрҙе шунда уҡ хәл итмәйәсәк, әммә уларҙы хәл итеү юлында тәүге аҙымдар яһаласаҡ”, – тине ул.
Ғөмүмән, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Берәҙәк хайуандар мәсьәләһенең тиҙерәк хәл ителеүен теләйбеҙ. Әммә закондар йәмәғәт өсөн дә, берәҙәк йәнлектәр өсөн дә мәрхәмәтле булырға тейеш. Ерҙә кеше хакимлыҡ итә, шуға ла бәләкәй дуҫтарыбыҙ өсөн тәү сиратта үҙебеҙ яуаплы икәнде онотмаһаҡ ине.
Рәмилә МУСИНА