Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Февраль 2022, 03:29

Ул – дәүләттең һаҡ күҙе

Күҙәтеү органының бурыстары үҙгәрмәй.

yandex.ruyandex.ru
Фото:yandex.ru

Быйыл Рәсәй прокуратураһы барлыҡҡа килеүгә 300 йыл тулды. Петр I 1722 йылдың 12 ғинуарында ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуя. Сенаторҙарҙы Генерал-прокурор менән таныштырғанда: “Ул барлыҡҡа килгәненән бөгөнгәсә үҙгәрҙе. Бына минең күҙем, уның аша һеҙҙе күрәсәкмен”, – тип әйтә. Указ Сенатты күҙәтеү буйынса төп бурыстарҙы һәм вәкәләттәрҙе билдәләгән. Шул осорҙан дәүләт ҡоролошо үҙгәрһә лә, күҙәтеү органының роле һаҡланып килә.

  

Төп тәғәйенләнеше – хоҡуҡ яҡлау

 

Әле лә прокуратура кешенең һәм граж­дандарҙың хоҡуғын һәм азатлығын күҙә­теү, дәүләттең законлы мәнфәғәт­тә­рен яҡлау, енәйәтселеккә ҡаршы көрәш һәм законлылыҡты тәьмин итеү һағында ҡала.

Ведомствоның төп тәғәйенләнеше – хоҡуҡ яҡлау функцияһы, шуға ла был тармаҡ хеҙмәткәрҙәре барлыҡ өлкәләрҙә лә тикшереүҙәр уҙғара. Кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса ла ҙур эш алып барыла.

Республика прокуроры Игорь Пантюшин Өфө ҡалаһында ҡабул итеү ойошторған саҡта, халыҡ торлаҡ, ер һәм хеҙмәт хоҡуҡтарының боҙолоуына, тәртип һаҡлау органдарының битарафлығына, дарыуҙар менән тәьмин итеүҙәге етешһеҙлектәргә, административ, енәйәт-административ ҡануниәтте боҙоуға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе күтәргән. Республика прокуроры менән осрашыуға 29 кеше килгән, 26 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

Ғөмүмән, йыл дауамында бындай мөрәжәғәттәр, ялыуҙар прокуратура органдарына меңәрләп килә. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Киров районы прокуратураһы былтыр 4133 мөрәжәғәтте теркәгән һәм уларҙың төп өлөшө эш хаҡын түләмәү тураһында булған. Былтыр Киров районында прокуратура хеҙмәт ҡануниәтенең үтәлешенә, эш хаҡы буйынса бурыстарҙы түләттереүгә ҡағылышлы 750 закон боҙоу осрағын асыҡлаған, 126 ғариза судҡа ебәрелгән, 7,5 миллион һум күләмендә эш хаҡын ҡайтарыуға өлгәшкән.

Наркотик матдәләргә бәйле енәйәттәр күп

 

Прокуратура тәртип һаҡлау органда­рының наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш сараларын, медицина күрһәткестәре булмағанда тыйылған әйберҙәрҙе граждандарға ҡулланыуға юл ҡуймау мәсьәләләрен контролдә тота.

Былтыр республика биләмәһендә ошо өлкәлә 4,5 меңдән ашыу енәйәт һәм 3,8 меңдән ашыу административ тәртип боҙоу осрағы теркәлгән. 237 килограмдан ашыу наркотик матдә законһыҙ әйләнештән алынған.

Прокуратура наркоманияны иҫкәртеү буйынса саралар ойоштороуҙа бурыстарын тейешенсә үтәмәүгә бәйле урындағы үҙидара, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына, тәртип һаҡлау органдарына 1,7 меңдән ашыу етешһеҙлекте бөтөрөү буйынса сара күргән.

Өфө ҡалаһының Калинин районы прокуратураһы янғын хәүефһеҙлеге һәм санитар-эпидемиология ҡағиҙәләренә яуап бирмәгән “Еңеп сығыу юлы” хәйриә ойошмаһының эшмәкәрлеген суд аша туҡтатыуға өлгәшкән.

Интернетты күҙәтеү һөҙөмтәһендә наркотиктарға бәйле 700-ҙән ашыу сайт барлығы асыҡланған. Прокуратура улар тураһындағы мәғлүмәтте “Роскомнад­зор”ға тапшырған. Әлеге мәлдә ведомство был сайттарҙың 630-ҙан ашыуын япҡан. Шулай уҡ былтыр прокурорҙар талабы менән наркотик матдәләр ҡулланған 300 водитель транспорт сараһына идара итеүҙән ситләтелгән.

Прокурор тикшереүе барышында Баймаҡ һәм Бүздәк райондарында водитель танытмаһын алыу өсөн ялған документтар файҙаланыу осрағы асыҡланған, ғәйеплеләр енәйәт яуаплылығына тарттырылған.

Наркотиктарға ҡаршы көрәш мәсьәләһе эшсе төркөм ултырыштарында даими ҡарала. Прокуратура тәҡдиме менән республика биләмәһендә “Сәләмәт быуын” ведомство-ара проекты ғәмәлгә ашырыла. Ул тәртип һаҡлау һәм дәүләт власы органдарының наркотиктарҙы ҡулланыуҙы иҫкәртеү өлкәһендәге сараларын күҙ уңында тота. Унда үҫмерҙәр һәм социаль педагогтар ҡатнаша.

 

Коррупцияға ҡаршы көрәш

 

Прокуратура эшендә төп йүнәлештәр­ҙең береһе – коррупцияға ҡаршы көрәш. Ошо йүнәлештә көрәш барышы менән яҡындан таныштырыуын һорап, Киров районы прокуроры Илһам Хәбибуллинға мөрәжәғәт иттек.

– Республика прокуратураһы кеүек үк, беҙҙең Киров районы прокуратураһы ла коррупцияға ҡаршы йүнәлештә әүҙем эш алып бара. Былтыр закон боҙоуҙы бөтөрөү буйынса 14 күрһәтмә сығарылды, 15 вазифалы кеше – дисциплинар, туғыҙ кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды, бер енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Шулай уҡ былтыр Башҡортостандың элекке ер һәм күсемһеҙ милек министры эшләгән саҡта вазифаһын үҙ мәнфәғә­тен­дә файҙаланып, Өфө ҡалаһы хаки­миәтенә ҡараған һәм 26 миллион һумға торошло ике ер биләмәһен конкурсһыҙ һатыуға булышлыҡ иткән. Башҡортостан дәүләт медицина университетына ҡараған келәт бинаһын сауҙаһыҙ ғына алыштырыу тураһында килешкән. Һөҙөмтәлә келәт комплексы коммерция фирмаһының хосуси милкенә күсә, һуңынан ул ер участкаһын 22 миллион һумға һатып ала. Фирма был участканы файҙаланыу төрөн “күп ҡатлы торлаҡ йорттар” тип үҙгәртеп, төҙөлөш компанияһына һата.

Элекке министр “дәүләт вазифаһын биләгән кешенең вазифа вәкәләттәрен үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыу” статьяһы буйынса ғәйепле тип танылды. Ул өс йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде, шулай уҡ уға ике йыл рәттән дәүләт һәм муниципаль вазифа биләү тыйыла, – тине Илһам Ғәли улы.

Балалар хоҡуғы боҙола

 

Республика прокуратураһынан белде­реүҙәренсә, былтыр ведомство бәлиғ булмаған 2,5 меңдән ашыу баланың хоҡуғын тергеҙеүгә өлгәшкән.

Шул иҫәптән 484 инвалид бала дарыуҙар, медицина ҡорамалдары һәм реабилитация саралары менән тәьмин ителгән. Прокуратура һирәк ауырыуҙарҙан (орфан) яфа сиккән 43 балаға дарыу алыу өсөн республика бюджетынан 200 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеүгә булышлыҡ иткән.

Ведомство күргән саралар һөҙөмтә­һендә 760 етем балаға барлыҡ уңайлыҡтары булған фатир бирелгән. Шулай уҡ 40 осраҡта техник талаптарға һәм санитария ҡағиҙәләренә яуап бирмәгән торлаҡтарҙы файҙаланыуға тапшырыуға юл ҡуйылмаған. Прокуратура тикшереүенән һуң дүрт районда енәйәт эштәре ҡуҙғатылып, әлеге мәлдә тикшереүҙәр бара.  

Прокуратура күргән саралар һөҙөм­тәһендә республиканың Архитектура һәм төҙөлөш министрлығы торлаҡтың квадрат метрына хаҡты тикшергән һәм был сара етем балаларға сифатлы торлаҡ алыуға мөмкинлек бирә.

Прокуратура талабы буйынса суд прис­тавтары, 11 ҡалала һәм районда алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән бурыслыларҙы табып, яуаплылыҡҡа тарттырған. Ведомство йәшәгән урыны буйынса балаларҙы балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә ҡабул итмәү, тейешенсә туҡланыу һәм медицина хеҙмәте күрһәтеүҙе ойоштормауға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү йүнәлешендә лә йәш граждандарыбыҙҙың хоҡуғын яҡлаған.

Интернет, берҙән, уңайлыҡтар тыуҙыр­һа, икенсенән, хәүеф сығанағы ла булып тора, айырыуса бәлиғ булмағандар өсөн. Прокуратура, үҫеп килгән быуындың мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, ике меңдән ашыу сайтты яптырыуға өлгәшкән. Был мәғлүмәт сығанаҡтары йәштәрҙе илдә тыйылған хәрәкәттәргә йәлеп итеү, наркотиктарға ылыҡтырыу һәм башҡа насар мәғлүмәтте көсләп тағыу өҫтөндә эш алып барған.

Ғөмүмән, прокуратура органдары ысын мәғәнәһендә дәүләттең һаҡ күҙе булып тора. Ә инде уның балалар хоҡуғын яҡлауға индергән тос өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас