Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Февраль 2022, 11:45

Республика улар менән ғорурлана!

Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө менән!

Республика улар менән ғорурлана!Республика улар менән ғорурлана!
Республика улар менән ғорурлана!

Бөгөн, 10 февралдә, Рәсәйҙә Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнә. Һөнәри байрам - Рәсәй Федерацияһы Президентының 2002 йылдың 31 октябрендәге Указы менән билдәләнгән.

Был дипломат һөнәренең юғары танылыуы, ватан дипломатик хеҙмәтенең мөһим роле тураһында һөйләй. Байрам көнө уңайынан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы Рәсәй дипломатияһы тарихында әһәмиәтле эҙ ҡалдырған, Сит ил эштәре министрлығында, шулай уҡ Рәсәйҙең сит илдәрҙәге илселектәрендә һәм консуллыҡтарында хеҙмәт иткән Башҡортостандың күренекле кешеләрен барлап сыҡты.

Башҡортостанда тыуып үҫкән Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов дипломат һөнәренә, ҡәләм һәм һүҙ көсөнә, ватансылыҡҡа һәм үҙеңде ҡорбан итеүгә тоғролоҡтоң сағыу миҫалы булып тора.

Фарсы ҡултығы илдәре һәм Советтар Союзы араһында тыныслыҡ һәм аңлау тыуҙырған Ҡыҙыл Пашаның ҡаҙаныштарын баһалап бөтөүе еңел түгел. Был арҙаҡлы шәхес хаҡында хәтерҙе быуындар ҡәҙерләп һаҡлай, ә уның исеме менән Башҡортостан ҡалаларында ла, күрше төбәктәрҙә лә урамдар аталған.

Легендар полководец генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов үҙенең карьераһы башланған мәлендә Икенсе Донъя һуғышын көтөү шарттарында совет дипломатияһының ҡатмарлы һәм яуаплы йүнәлештәрендә – Төркиәләге һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһындағы илселектәр ҡарамағында хәрби атташе булып хеҙмәт иткән.

Министр Маргарита Болычева Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы исеменән донъяның төрлө мөйөштәрендә Рәсәй Федерацияһы мәнфәғәттәрен яҡлаусы яҡташтарыбыҙҙы ҡотлай. Бына улар:

- Наил Мәҙғүт улы Латипов, Рәсәй Федерацияһының Малайзиялағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе;

- Николай Ришат улы Ҡудашев, Рәсәй Федерацияһының Сингапур Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе;

- Азамат Рәхмәт улы Күлмөхәмәтов – Сирияла, Мысырҙа, Иорданияла илселектәрҙә эшләгән, Батырлыҡ ордены кавалеры, хәҙер – Украинала хәлде көйләү буйынса контакт төркөмөндә Рәсәй Федерацияһының махсус вәкиле;

- Илдус Ғөбәйҙулла улы Илешев - Джидда ҡалаһында Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһының даими вәкиле урынбаҫары, Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге;

- Юрий Николаевич Исаков, Рәсәй Федерацияһы менән Болгария Республикаһы араһында Рәсәйҙең ошо илдәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе вазифаһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә өлөш индергән;

Ришат Нурмахман улы Халиҡов - Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле советнигы һәм бер үк ваҡытта Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағындағы Рәсәй-Пакистан Эшлекле советы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Рәсәй дипломаттары ассоциацияһы советы ағзаһы.

Заманса ысынбарлыҡтың ябай булмаған шарттарында был кешеләр тыныслыҡты нығытыу, Рәсәй Федерацияһы һәм сит илдәр араһында хеҙмәттәшлекте конструктив үҫтереү буйынса ҡатмарлы бурыстарҙы үтәй. Башҡортостан Республикаһы үҙенең улдары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана.

Фото: drasler.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас