

Бөгөн, 14 февралдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһы Советының сираттан тыш һигеҙенсе ултырышында ҡатнашты. Совет депутаттары Сергей Грековтың отставкаһын ҡабул итте һәм бер тауыштан, конкурсҡа йомғаҡ яһағанға тиклем, Ратмир Мәүлиевте был вазифаны башҡарыусы итеп һайланы.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн иртән Нефтекама ҡала Советы депутаттары Ратмир Мәүлиевтең муниципалитет етәксеһе вазифаһында вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатты һәм был вазифаны уға тиклем Нефтекама хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән Эльдар Вәлитовҡа йөкмәтте.
Өфө ҡала Советы ултырышы барышында Радий Хәбиров Сергей Грековҡа башҡарған эше өсөн рәхмәт әйтте һәм экс-мэрҙың Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле булып республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһында эшен дауам итәсәген билдәләне.
– Хеҙмәтегеҙ еңел булмаған ваҡытҡа тура килде. Коронавирус пандемияһы шарттарында баш ҡалабыҙҙың үҫеше Өфөнөң бөтә идара итеү командаһының ҙур тырышлығын талап итте. Һәм барыһы ла уңышлы үтәлде. Бының өсөн ҙур рәхмәт, – тине Башҡортостан Башлығы. – Сергей Николаевич, һеҙҙә булған компетенциялар һәм етәкселек тәжрибәһе бөтә республика үҫеше өсөн мөһим. Үҫештең хәҙерге этабында беҙ Рәсәй һәм сит ил инвестицияларына, Башҡортостандың ил төбәктәре араһында алдынғы позициялар яулауына мохтажбыҙ. Һеҙ был маҡсаттарға өлгәшә алырһығыҙ, тип ышанам.
Радий Хәбиров һөнәри оҫталығы һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн Сергей Грековҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырҙы.
Сергей Греков үҙ сиратында төбәк Башлығына, ҡала Советы депутаттарына, Өфө халҡына ҡалалағы мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәткәндәре һәм әүҙем ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Республика етәксеһе Өфөнө үҫтереүгә бәйле төп бурыстарҙы билдәләне.
– Бөгөн баш ҡала бөтә Башҡортостанға трендтар ҡуя. Республика халҡының дүрттән бер өлөшө Өфөлә йәшәй. Һәм ҡала үҫеше, әлбиттә, халыҡ мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып төҙөлөргә тейеш. Тәү сиратта йылдар буйына йыйылған элекке проблемаларҙы хәл итергә кәрәк. Шуның менән бергә баш ҡала киләсәгенә стратегик ҡараш бик мөһим, – тине Радий Фәрит улы. – Өфөлә бер нисә ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла: Көнсығыштан сығыу юлы, “Көньяҡ ҡапҡалар” транспорт коридоры, Ағиҙел аръяғы һәм Өфө аръяғы биләмәләрендә төҙөлөш эштәре. Һәм, әлбиттә, Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек төп бурыстарҙың береһе булып тора.
Муниципалитет башлығы вазифаһына Ратмир Мәүлиевтең кандидатураһын тәҡдим итеү – төплө уйланылған ҡарар, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
– Өфөнө илдең иң яҡшы ҡалалары иҫәбенә сығарыу бурысы тора. Бының өсөн дәртле, ҙур муниципалитет менән уңышлы етәкселек итеү тәжрибәһенә эйә булған етәксе кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Ратмир Рәфил улы Нефтекама хакимиәте башлығы вазифаһында үҙенең компетентлығын иҫбатланы. Ул эшләгән ваҡытта ҡала етди үҙгәрә башланы. Шуға күрә баш ҡала мэры вазифаһын йөкмәтеү менән уны Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләү – муниципалитеттың идара итеү командаһын нығытыуҙа мөһим аҙым, тип иҫәпләйем.
Совет ултырышы аҙағында Ратмир Мәүлиев депутаттарға ҡабул ителгән ҡарарҙары өсөн рәхмәт әйтте һәм республика етәкселеген ҡаланы үҫтереү бурыстарын хәл итеүгә яуаплы ҡараясағына ышандырҙы.
– Был минең өсөн ҙур яуаплылыҡ. Өфөнөң идара итеү командаһы ҡала халҡы мәнфәғәте өсөн һөҙөмтәле эшләр һәм Башҡортостандың баш ҡалаһын 2024 йылда бергәләп билдәләйәсәк 450 йыллығына уңышлы әҙерләр, тип ышанам, – тине Ратмир Мәүлиев.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.