

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөһим кадр ҡарарҙарын иғлан итеүҙән башланы. Беренсенән, бөгөн иртән Нефтекама ҡалаһы мэры Ратмир Мәүлиев вазифаһын ҡалдырҙы. Уның урынында был вазифаны ваҡытлыса беренсе урынбаҫары Эльдар Вәлидов башҡарасаҡ.
- Бына яңы ғына Нефтекама Ҡала Советы ултырышы булды. Унда Ратмир Мәүлиев яңы эшкә күсеүе сәбәпле вазифаһын ҡалдырҙы. Мин уға эше өсөн рәхмәт әйтәм - Нефтекама ҡалаһы был осорҙа бик үҫеште. Ҡала Советы ҡарары буйынса әлегә уның урынында Эльдар Вәлидов ҡаласаҡ. Уға уңыштар теләйбеҙ, - тине Радий Фәрит улы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, ул уға Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын тәҡдим иткән. Был ҡарар бөгөн Өфөнөң Ҡала Советы ултырышында ҡабул ителәсәк.
Шулай итеп Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков та вазифаһын ҡалдыра. Ул Башҡортостандың Мәскәү ҡалаһындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә етәксе булып тәғәйенләнә.
- Сергей Грековтың тырышлығы, компетенциялары һәм тәжрибәһе беҙгә Мәскәүҙә бик кәрәк буласаҡ. Мин уға Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеккә етәкселек итергә тәҡдим яһаным, ул был вазифаны республика Хөкүмәтенең вице-премьеры рангында башҡарасаҡ. Уның һөнәри, кешелек сифаттары, бизнес проекттар өлкәһендәге тәжрибәһе унда бик кәрәк буласаҡ, - тине Радий Хәбиров.
Фото: newsbash.ru