Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Февраль 2022, 09:30

"Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһенә йәш етәксе килде

Ул был вазифаны партияның төбәк бүлексәһенең 4 мартта уҙасаҡ отчет-һайлау конференцияһына тиклем башҡарасаҡ.

"Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһенә йәш етәксе килде"Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһенә йәш етәксе килде
"Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһенә йәш етәксе килде

"Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Мәғлүм булыуынса, 14 февралдән “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп Руслан Насретдинов тәғәйенләнде.

 “Берҙәм Рәсәй” төбәк партияһының рәсми сайтында хәбәр итеүҙәренсә, Руслан Насретдинов был вазифаны партияның төбәк бүлексәһенең 4 мартта уҙасаҡ отчет-һайлау конференцияһына тиклем башҡарасаҡ.

Руслан Фәнәвис улы Насретдинов 1986 йылдың 22 декабрендә Өфөлә тыуған. 2011 йылда – Һамар дәүләт юл бәйләнеше университетын,  2015 йылда ошо уҡыу йортонда аспирантураны тамамлаған. Шулай уҡ 2020 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында “Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ” һөнәренә уҡып сыға.

Хеҙмәт юлын 2005 йылда “Рәсәй тимер юлы” йәмғиәтенең Дим электр менән тәьмин итеү дистанцияһында башлай. 2012–2014 йылдарҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк Башҡарма комитетында баш белгес булып, партия проекттары менән шөғөлләнә. 2014–2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтендә эшләй, урындағы үҙидара органдары менән бәйләнеш өсөн яуап бирә.

2018–2021 йылдарҙа Өфө ҡалаһының Октябрьский районы хакимиәтендә урынбаҫар вазифаһын башҡара. 2021 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә кире ҡайта һәм граждандар йәмғиәте институттары менән бәйләнеш буйынса бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә. 2022 йылдың февраль башынан “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары вазифаһын биләгән.

Руслан Насретдинов - техник фәндәр кандидаты. Ғаиләле, ике бала тәрбиәләй.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең рәсми сайтынан.       

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас