

“Республиканың Контроль-иҫәп палатаһы – төбәк тормошоноң барлыҡ өлкәләре үҫешендә ҙур әһәмиәткә эйә булған мөһим күҙәтеү органы”, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Контроль-иҫәп палатаһы коллегияһының видеоконференция тәртибендә үткән ултырышында. Унда төбәктәге төп финанс контроле органының былтырғы эшенә йоиғаҡ яһалды.
Республикабыҙҙың Контроль-иҫәп палатаһы лайыҡлы рәүештә илдең иң яҡшы финанс контроле органдары иҫәбенә инә. Рейтинг буйынса ул Рәсәйҙә өсөнсө урынды биләй. Республика етәксеһе әйтеүенсә, был бик яҡшы күрһәткес.
“Һеҙҙән килгән документтар һәр ваҡыт ентекле эшләнеүе һәм мәсәьәләне тәрән аңлауы менән айырылып тора. Башҡортостан иҡтисады үҫешенә индергән өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ. Һеҙҙең менән артабан да һөҙөмтәле эшләрбеҙ, тип ышанам. Алда беҙҙе күләмле пландар көтә. Башҡортостан хәҙер – ҙур төҙөлөш майҙаны. Күп кенә йүнәлештәр буйынса бындай төҙөлөш күләме һис ҡасан да булманы. Улар иҫәбендә – һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, спорт объекттары, юл төҙөлөшө һәм башҡалар. Өфөнөң 450 йыллығына әҙерләнәбеҙ. Был ваҡиғаға Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин федераль статус бирҙе. Ошо байрам да яңы объекттар төҙөүҙе күҙ уңында тота. Беҙҙең төп бурысыбыҙ – ҙур ауырлыҡ менән алған һәр һум эшкә йүнәлтелһен һәм һөҙөмтәле булһын”, – тине Радий Хәбиров.
Былтыр Контроль-иҫәп палатаһы 33 миллиард һумлыҡ етешһеҙлек асыҡлаған.
“Был бөтә аҡса ла урланған, тигәнде аңлатмай. Ләкин улар законға ярашлы файҙаланылмаған. Һәр өсөнсө тәртип боҙоу бюджетты төҙөүгә һәм уның үтәлешенә ҡағыла. Артабан бухгалтерия менән махинациялар килә – 8,5 миллиард һумлыҡ. Йәнә 3,5 миллиард һум мөлкәт менән һөҙөмтәһеҙ идара итеү өлкәһенә ҡағыла. Һатып алыуҙар тармағында 2,4 миллиард һумлыҡ етешһеҙлек асыҡланған. 20 енәйәт эше ҡуҙғатылған. 43 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, 15-е эштән бушатылған. Берлектәге эшебеҙ тәртип боҙоуҙар һанын кәметергә мөмкинлек бирер, тип ышанам. Дәүләт власы органдарының һәм муниципалитеттарҙың финанс тәртибен артабан да яҡшыртыу мөһим. Кәрәкһә, дәрәжәләрҙең һәм вазифаларҙың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, бергәләп сафтарыбыҙҙы таҙартайыҡ”, – тине республика Башлығы.
Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Константин Шаһиморатов әйтеүенсә, 2021 йылда Палата белгестәре 66 контроль һәм эксперт-аналитик сара ойошторған. Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе бюджет-ара трансферттарҙы үҙләштереү йәһәтенән муниципалитеттар эшмәкәрлегенә анализ яһауға бәйле. Былтыр Контроль-иҫәп палатаһы аудиторҙары Октябрьский ҡалаһын, Шаран һәм Ауырғазы райондарын тикшергән.
Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өлкәһе, республиканың Юл фондын һәм хужаһыҙ хайуандарҙы ҡарауға йүнәлтелгән аҡсаның һөҙөмтәле файҙаланылыуы Контроль-иҫәп палатаһының иғтибар үҙәгендә булды.
“Йәнә ҡабатлап әйтәм: алдағы өс йылда республикабыҙ бюджеттан ҙур күләмдә аҡса аласаҡ, ул Башҡортостан иҡтисадының төрлө өлкәләрен үҫтереүгә йүнәлтеләсәк, – тип һүҙен йомғаҡланы Радий Хәбиров. – Был аҡсаны файҙаланыуға ҡәтғи контроль кәрәк”.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150031.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/150031.html