Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Февраль 2022, 15:15

"Сергей Грековтың бар эшмәкәрлеге тыуған Башҡортостаны үҫеше менән бәйле"

Премьер-министр Андрей Назаров Сергей Грековты Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле сифатында таныштырҙы. 

"Сергей Грековтың бар эшмәкәрлеге тыуған Башҡортостаны үҫеше менән бәйле""Сергей Грековтың бар эшмәкәрлеге тыуған Башҡортостаны үҫеше менән бәйле"
"Сергей Грековтың бар эшмәкәрлеге тыуған Башҡортостаны үҫеше менән бәйле"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Умарпаша Йосоп улы Ханалиевты – республиканың инвестиция эшмәкәрлеге буйынса махсус вәкиле, ә Сергей Николаевич Грековты Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләне. 16 февралдә Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ошо мөһим ҡарарҙар хаҡында хәбәр итте.

Андрей Назаров, Умарпаша Йосоп улын яңы вазифала тәҡдим итеп, уның Тулы хоҡуҡлы вәкил булараҡ файҙалы эшләгәне тураһында әйтте, оло тәжрибәһе, бай компетенциялары яңы эшмәкәрлегендә республикаға кәрәк буласағын билдәләне. Премьер-министр әйтеүенсә, 2021 йылдың туғыҙ айында инвестициялар күләме буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – икенсе, Рәсәйҙә 12-се урынды биләй. Быйыл илгә һәм республикаға инвестициялар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән эре проекттар буйынса эшләү, халыҡ-ара аренала Башҡортостан мәнфәғәттәрен үҫтереү һәм 400-420 миллиард һумлыҡ капитал һалыуға өлгәшеү күҙаллана.

Сергей Грековты Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле - Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһында фекерен белдереп, Андрей Назаров, Сергей Николаевичтың бөтә ғүмере тиерлек һәм карьераһы, бар эшмәкәрлеге тыуған Башҡортостаны үҫеше менән бәйле, билдәләне. Һуңғы йылда ул Өфө ҡалаһы хакимиәтенә етәкселек итте, унда ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашты, араларында – Көнсығыштан сығыу юлын һәм Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөү. Сергей Греков алдында яңы киң масштаблы офоҡтар асылыуы, амбициялы бурыстар ҡуйылыуы хаҡында әйтте. Уларҙы хәл итеү өсөн Тулы хоҡуҡлы вәкиллектең депутаттар корпусы, федераль һәм республика власть органдары, ойошмалар һәм сит ил партнерҙары менән үҙ-ара сифатлы эш итеүен ойоштороу бурысы тора.

Андрей Назаров, Умарпаша Ханалиев һәм Сергей Греков һөҙөмтәле эш булдыра аласаҡ, тигән ышаныс белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас