Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Февраль 2022, 17:45

Штрафты түләр ҙә ул, тик кешене ҡайтарып булмай...

Әлбиттә, был хәлгә тарыған водителгә лә, һәләк булған кешенең туғандарына ла еңелдән түгел.

Штрафты түләр ҙә ул, тик кешене ҡайтарып булмай...Штрафты түләр ҙә ул, тик кешене ҡайтарып булмай...
Штрафты түләр ҙә ул, тик кешене ҡайтарып булмай...

Белорет район-ара суды Өфө кешеһенә “юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу һәм һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше һаулығына ауыр зыян, үлемгә килтереүгә сәбәпсе булған транспорт сараһын файҙаланыу” статьяһы буйынса хөкөм сығарҙы.

Башҡортостан Прокуратураһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, былтыр апрелдә хөкөм ителеүсе “Toyota Town Ace” автомобилендә Өфө – Инйәр – Белорет автомобиль юлының 20-сы саҡрымында юл ситенә түңкәрелә. Салондағы алты пассажирҙың өсәүһе ауыр йәрәхәттәр ала, һуңынан берәүһе вафат була.

Хөкөм ителеүсе үҙ ғәйебен таныны. Суд уны һынау шарты менән өс йылға иркенән мәхрүм итте, шулай уҡ ике йыл автомобиль менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек тә тыйылды. Өҫтәп, ул вафат булған кешенең ғаиләһенә 700 мең һум күләмендә рухи зыянды ҡапларға тейеш.

"Прокуратура, йомшаҡ яза бирелеүе менән килешмәйенсә, апелляция тәртибендә суд ҡарарын ҡайтанан ҡарауға бирҙе", – тип белдерҙеләр күҙәтеү органында.

Водитель һүҙҙәренсә, ул Сибайҙағы танышының үтенесе буйынса автомобилде Өфөгә ҡыуып китеп барған булған. Юл ыңғайы пассажирҙар ҙа алған.

Әлбиттә, был хәлгә тарыған водителгә лә, вафат булған кешенең туғандарына ла еңелдән түгел. Водитель еңел яза менән ҡотолһа ла, уның тормошонда был фажиғә мәңгелек ҡара тап булып, артынан күләгә кеүек ғүмер буйы эйәреп йөрөйәсәк, ә инде үлгән кешене кире ҡайтарыу мөмкин түгел.

Һәр кем автомобилдә йөрөй – олоһо ла, йәше лә, ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙ ҙа. Заманаһы шулай, әммә рулгә ултырған һәр водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә, шулай уҡ пассажирҙары өсөн дә закон алдында яуаплы булыуы тураһында онотмаҫҡа тейеш.

“Һаҡланғанды һаҡлармын!” тигән һүҙҙәрҙе онотмағыҙ. Юлдарығыҙ имен булһын!

Фото: @mchsrb.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас