

Бөгөн, 17 февралдә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырышы булды. Унда депутаттар аҙаҡҡы уҡыуҙа “Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 54-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проектын ҡабул итте.
“Закон тарафынан ағай-апайҙарҙы бер мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына йөрөтөүгә сикләү бөтөрөлә, – тип хәбәр итте Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Бер туғандары мәктәптә уҡыған һәм элек шул уҡ мәктәпкә уҡырға инеүгә өҫтөнлөклө хоҡуғы булған балаларҙың бер мөһим иҫкәрмә менән: балаларҙың дөйөм йәшәү урыны булырға тейеш ине. Хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын анализлау күрһәтеүенсә, был сикләү күп балаларға хоҡуҡ менән файҙаланырға мөмкинлек бирмәгән. Мәҫәлән, төрлө адрестар буйынса формаль рәүештә пропискала торған балаларҙы уҡыу йортона ҡабул итеүҙән баш тартыу сәбәбе булыуы мөмкин. Хәҙер был сикләү бөтөрөлә”.
Парламент спикеры, норма дәүләт һәм муниципаль белем биреү ойошмаларында мәктәпкәсә һәм башланғыс дөйөм белем биреүҙең төп мәғариф программалары буйынса балаларҙы уҡытыуға ҡағыла, тип билдәләне. Закон бер генә уртаҡ ата-әсәһе булған балаларға ла ҡағыла.
“Был сара ғаилә институтын нығытыуға, балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы системаһын үҫтереүгә, балаларҙың сифатлы белем алыуға хоҡуғын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итергә тейеш”, – тине Константин Толкачев.
Закон ҡул ҡуйыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығына ебәрелә. Рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инә.
Фото: ru.freepik.com