Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Февраль 2022, 14:30

Мөһим закондар ҡабул ителде

Ҡаралған мәсьәләләр - 30-ҙан ашыу.

Мөһим закондар ҡабул ителдеМөһим закондар ҡабул ителде
Мөһим закондар ҡабул ителде

Улар иҫәбендә ер законына, старосталар һәм туғандарҙы бер мәктәпкә ҡабул итеү тураһындағы законға төҙәтмәләр бар. 41-се ултырышта йәмғеһе 30-ҙан ашыу мәсьәлә ҡаралды.

Парламент тарафынан беренсе уҡыуҙа раҫланған иң мөһим закон проекттары араһында – “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” законға күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙең шәхси йорт төҙөү өсөн бушлай ер участкаһына хоҡуғы өлөшөнә төҙәтмәләр. Ул закондың алдағы редакцияһында билдәләнгән талапты – балалар мотлаҡ ата-әсәһе менән йәшәһен тигәнде инҡар итә. Ғаиләнең төрлө адрестар буйынса формаль теркәлеүе арҡаһында был льгота менән файҙалана алмаған осраҡтар булды.

Депутаттар ауыл старосталарының вәкәләттәрен ҡануни нигеҙҙә киңәйтте. “Старосталар урындағы үҙидара органдарына уларҙың ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса ғәмәли эшмәкәрлегендә булышлыҡ итергә һәм урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү тәҡдимдәрен индерергә тейеш, – тине Константин Толкачев. – Ауыл халҡы мәнфәғәттәре ҡаралған ауыл биләмәһенең, ҡала округының вәкиллекле органы ултырыштарында старосталар кәңәшләшеү тауышы хоҡуғы менән ҡатнаша”.

Беренсе уҡыуҙа урындағы үҙидара тураһындағы законға төҙәтмә ҡабул ителде. Әгәр һайлау хоҡуғына эйә булған ауыл халҡының яртыһынан ашыуының килеүен тәьмин итеү мөмкин булмаһа, граждандар йыйылышы уны үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән көндән алып бер ай эсендә этаплап уҙғарыла. Уның өсөн ҡатнашыусыларҙың яртыһынан ашыуы тауыш бирһә, ҡарар ҡабул ителде тип иҫәпләнә.

Мәктәпкә йәки балалар баҡсаһына өҫтөнлөклө хоҡуҡ тураһындағы статьяла Башҡортостандың Ғаилә кодексына төҙәтмә аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡабул ителде. Балаларҙың дөйөм йәшәү урыны булыуы мотлаҡ талап ителмәй. Асыҡланыуынса, бындай шарт күп һанлы балаларҙың хоҡуғы менән файҙаланырға мөмкинлек бирмәй.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас