

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай ултырышында парламентарийҙар тәүге уҡыуҙа яңы һөнәри байрам – Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәрҙәре көнөн булдырыу тураһында закон проектын ҡабул итте. Уны йыл һайын 29 октябрҙә билдәләргә ниәтләйҙәр.
Бындай тәҡдимде Башҡортостан ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская индерҙе.
“Закон проекты башҡарма власть органының дәүләт милке һәм ер участкалары менән идара итеү буйынса эшләүенә 30 йыл тулыуға бәйле әҙерләнгән. 1991 йылдың 29 октябрендә дәүләт милке менән идара итеү буйынса комитет ойошторола. 2002 йылдың апрелендә ул – Милек мөнәсәбәттәре министрлығы, 2007 йылдың майында Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы тип үҙгәртелә. Былтыр министрлыҡ иҫтәлекле дата – 30 йыллыҡ юбилейын билдәләне”, – тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Башҡортостан мөлкәтте файҙаланыуҙан һәм һатыуҙан табыш буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе булып тора.
Фото: crimea-new.com