

Илдә пандемия ҡотороуға ҡарамаҫтан, тормош дауам итә һәм һәр кемебеҙ үҙ эше менән шөғөлләнә. Шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаттары ла үҙ иңдәренә алған яуаплылыҡты үтәй – йәмғиәтебеҙҙә тәртип урынлаштырыуға, граждандар тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҡанундар өҫтөндә эшләй. Әлбиттә, һәр закон проектын төрлө инстанциялар аша үткәреп, ҡабул ителеү хәленә еткереү өсөн ҙур тырышлыҡ талап ителә. Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты ағзаһы, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһына ҡараған депутат Зариф Байғусҡаров ошо закондарҙы әҙерләү барышы үҙенсәлектәре, 2021 йылда ҡабул ителгән көнүҙәк закон проекттары, 2022 йылға ҡануниәт тармағындағы эш пландары тураһында журналистар менән осрашыуҙа фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Биш йылда – 7089 мөрәжәғәт
Зариф Закир улы белдереүенсә, пандемияға бәйле, 1 февралгә ҡарата Дәүләт Думаһында депутаттарҙың төбәк аҙналығын оҙайтҡандар һәм ошо мөмкинлектән файҙаланып, улар урындарҙа эштәрен әүҙемләштергән.
– Ҡайһы берәүҙәр “депутат закондар ғына ҡабул итә” тигән фекерҙә, әммә был хаталы ҡараш. Депутаттар тәүге сиратта һайлаусылар менән әүҙем эшләргә, мөрәжәғәттәрҙе ҡарарға тейеш, – тине Зариф Закир улы.
Башҡортостан халҡы шәхси мәсьәләләр менән дә йыш мөрәжәғәт итә, тип белдерҙе депутат. Мәҫәлән, уҙған биш йылда уға 7089 мөрәжәғәт булған, йәғни йылына яҡынса 1300 тура килә. Ул район һәм ҡалаларға айына өсәр-дүртәр тапҡыр сыға һәм барған һайын граждандарҙы ҡабул итеүҙе ойоштора. Ошондай ҡабул итеүҙәргә 1556 кеше килгән. Былтыр уға 1200 кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 661-е мөрәжәғәттәрен Дәүләт Думаһы исеменә ебәргән, ә ҡалғандарын – Башҡортостанға.
Депутат 2021 йылда 257 кешене шәхсән рәүештә ҡабул иткән, үҙенә ҡараған округка 92 тапҡыр сыҡҡан һәм 31 тапҡыр граждандарҙы ҡабул итеүҙе ойошторған һәм уларға 465 кеше килгән. Ғөмүмән, ул хеҙмәт коллективтары, ауыл халҡы, студенттар, йәштәр һәм башҡалар менән даими осрашыуҙар ойоштора.
Зариф Байғусҡаров белдереүенсә, ошондай мөрәжәғәттәр, тәҡдимдәр яңы ҡанундар ижад итеүгә лә этәргес булып тора. Мәҫәлән, былтыр 26 апрелдә Мәләүездә Мәскәү юғары уҡыу йорттарының береһенең филиалы уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашыуҙа бер ир армия стажын иҫәпләмәгәндәре өсөн алданыраҡ пенсияға сыға алмауы тураһында белдергән.
Закон буйынса, пенсия тәғәйенләүҙә страховкалы стаж тигән тәртип бар. Ошондай осраҡта ир-егеттәрҙең 42 йыл стажы булһа, 60 йәштән һуң, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 37 йыл стажы булһа, 55 йәштән һуң ике йылға алдараҡ хаҡлы ялға сығырға хоҡуғы бар. Был стаж Пенсия фондына иғәнәләр күсерелеп барғанда ғына иҫәпкә алына.
– Армияла хеҙмәт иткәндәр эш хаҡы алмай, аҡса эшләмәй, шуға ла Пенсия фондына иғәнәләр ҙә күсерелмәй һәм был стажға ла иҫәпләнмәй. Был тәртипте ғәҙелһеҙлек тип иҫәпләйем, шуға ла уны үҙгәртеү буйынса закон проектын әҙерләп, ҡарауға тапшырҙыҡ. Был – закон проекттарының нисек барлыҡҡа килеүен раҫлаған миҫалдарҙың береһе, – тип аңлатты Зариф Закир улы.
Депутат киҫкәне алыуҙы рөхсәт иткән законды ҡабул итеү тарихына ла туҡталды. Уға Белорет, Ейәнсура, Күгәрсен райондары кеүек урманлы төбәктәрҙә, Урал аръяғында йәшәгән халыҡ: “Урманда йәшәп, ҡолап ятҡан ағасты алырға хоҡуғыбыҙ юҡ”, – тип дәғүәләрен белдергән. Был мөрәжәғәткә лә Зариф Закир улы битараф ҡалмай һәм, ошо йүнәлештә эшләп, урманда ҡолаған ағастарҙы бушлай алыуҙы рөхсәт иткән киҫкә тураһында законды ҡабул иттереүгә өлгәшә.
Былтыр депутатҡа Бөрйән районының Яуымбай ауылы халҡы “йәй дауылдан һуң ҡолаған 500 кубометр самаһы ағасты беҙгә урмансылар алырға рөхсәт бирмәй” тип мөрәжәғәт иткән. Депутат был мәсьәләне тикшереү өсөн урынға сыға һәм был урмандың, киҫкә тураһында законға ярашлы, халыҡҡа ҡырҡырға рөхсәт ителгәнен аңлата. Яуымбайҙар был ағасҡа физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөргә ҡарар иткән, халыҡтың 99 проценты ошо фекерҙе хуплап, ыңғай тауыш бирә. Әле комплекс төҙөлә, тип билдәләне депутат.
“Миңә хәбәр итегеҙ!”
Шулай уҡ Зариф Закир улына осрашыуҙар ваҡытында суррогат араҡы һатыусыларға ҡарата ҡанунды ҡатылаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Депутат был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эш башлай, закон проекты әҙерләнә һәм ҡабул ителә. Уға ярашлы, хәҙер ялған араҡы һатып, беренсе тапҡыр тотолғанда, ғәйепле кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырыла һәм 30 мең һум штраф һалына. Икенсе тапҡыр эләккән осраҡта иһә шул кешене енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡаралған. Ошо закон ҡабул ителгәс, ауылдарҙа суррогат араҡы һатыусылар кәмене, ти депутат.
– Әгәр ҙә яуаплы органдар тейешле сара күрмәһә, был хаҡта миңә хәбәр итегеҙ. Сара күреү өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығына, республика Прокуратураһына еткерәсәкбеҙ. Беҙ был яуызлыҡты тамырынан ҡороторға тейешбеҙ, – тине ул.
Белеүебеҙсә, Зариф Закир улы Дәүләт Думаһында икенсе мөҙҙәткә һайланды. Парламентта эшләгән йылдарында ул 35 закон проектын әҙерләүҙә ҡатнашҡан йәки авторҙашы булған, уларҙың 26-һы ҡабул ителгән.
Зариф Байғусҡаров алимент түләмәүселәргә ҡарата закондарҙың ҡәтғиләнеүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ яңы закон ғәмәлгә инде: хәҙер суд приставтары бурыслының иҫәбендә йәшәү минимумына тиң аҡсаны ҡалдырырға бурыслы, ә социаль түләүҙәр бурысты ҡаплау иҫәбенә тотолорға тейеш түгел, тип билдәләне. Хәҙер граждандар, сығанаҡ менән тәьмин итеүсе ойошма алдында бурыстары булһа ла, коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса субсидия алыуға хоҡуғы бар.
Зариф Байғусҡаров 1 ғинуарҙан пенсияның 8,6 процентҡа артыуы тураһында закондың көсөнә инеүе тураһында ла билдәләп үтте. Быйыл илебеҙҙә уртаса пенсия күләме 18984 һум тәшкил итә, йәғни был өҫтәмәләр эшләмәгән 31 миллион пенсионерға ҡағыла. Ауыл пенсионерҙары хәҙер йәшәгән урындарын алмаштырһалар ҙа, ауыл ерендә эшләгән пенсионерҙарға түләнергә тейешле өҫтәмә һаҡлана.
Депутат билдәләүенсә, никахтарын тарҡатырға теләгән ғаиләләр өсөн шарттар ҙа үҙгәрәсәк, йәғни тәүҙә уларға ғаилә психологына барырға тәҡдим итәсәктәр. Предприятиеларҙан ерҙәрҙе рекультивациялағанда һауаға рөхсәт ителгән кимәлдән күберәк зарарлы газдар сығарған өсөн махсус экологик иғәнәләр алыу тураһында положение әҙерләнә.
Депутат Дәүләт Думаһында балаларға ҡаршы көс ҡулланған өсөн яуаплылыҡты, ололар тәрбиәләнгән социаль приюттарға ҡарата талаптарҙы ҡатыландырыу, металл ҡабул итеү өлкәһендә тәртип урынлаштырыу һәм балалар кейеменә яҡтылыҡты сағылдырыусы стикерҙар тегеү буйынса тәртип урынлаштырыу саралары ҡаралыуы тураһында ла һөйләне.
Осрашыуҙа берәҙәк йорт хайуандары тураһында ла һорауҙар булды. Зариф Байғусҡаров әйтеүенсә, берәҙәк эттәр өсөн приют төҙөү мәсьәләһе ҡарала, йорт шарттарында тотоу тыйылған хайуандар исемлеге төҙөлә, йорт хайуандарын урамға сығарып ташлаған кешеләр өсөн яуаплылыҡ мәсьәләләре тикшерелә.
– Мин “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы. Былтыр уны бойомға ашырыу өсөн 550 миллион һум йүнәлтелде. Аҡса сүп-сарҙы йыйыуға, йылғаларҙы таҙартыуға һәм башҡа һорауҙарҙы хәл итеүгә йүнәлтелде. Быйыл сүплектәрҙе бөтөрөү өсөн аҡса бүленәсәк, – тине Зариф Закир улы.
Зариф Байғусҡаров депутат булып һайланған тәүге мөҙҙәтендә үк рөхсәтһеҙ эшләгән карьерҙар мәсьәләһе менән шөғөлләнә башланы. Был осрашыуҙа ла ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуға, шулай уҡ таҙартыу ҡорамалдарын камиллаштырыуға, ауылдарҙы интернет селтәренә тоташтырыуға һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылышлы һорауҙар бирелде. Депутат белдереүенсә, барлыҡ көнүҙәк мәсьәләләр контролдә тотола, һәм улар, граждандарҙың мәнфәғәтен күҙәтеп, мотлаҡ хәл ителәсәк.
Рәмилә МУСИНА