Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Февраль 2022, 10:00

"Бер туғандар кеүек инек бит..."

- Мине, һуғыш осоро балаһын, Донецк, Луганск республикаларындағы әлеге балаларҙың яҙмышы айырыуса хафаға һала, ти Наилә Үзбәкова.

"Бер туғандар кеүек инек бит..."
"Бер туғандар кеүек инек бит..."

Наилә Ғизетдин ҡыҙы Үзбәкова, юрист, хаҡлы ялға сыҡҡансы дәүләт арбитражында эшләгән:

– Мин һуғыш балаһы статусына эйә булған, оҙон ғүмер кисергән кешемен, яңыраҡ 87-се ҡышымды ҡаршы алдым. Тормоштоң төрлө яҡтарын күрергә, яҡшыһын да, яманын да баштан үткәрергә тура килде. Минең өсөн генә түгел, бар кешелек өсөн афәт килтергән һуғыш эҙемтәләрен, ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар, әсәләрҙең әсе күҙ йәштәре менән һуғарылған яҙмыштарҙың тере шаһитымын. Барыһына ла түҙергә була, тик туптар, бомба шартлауы аҫтында йәшәп булмай.

Донецк һәм Луганск республикаларындағы тотороҡһоҙ, хәүефле хәл бер мине генә борсомайҙыр. Беҙ бит СССР дәүләте осоронда бер ғаилә булып йәшәгән, ҡалалар, заводтар төҙөгән, балалар үҫтергән, спортта уңыштар яулаған, бер-беребеҙгә ярҙам ҡулы һуҙып ғүмер иткән халыҡ. Ниндәй милләттән булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бер туғандай инек! Был өлкәләрҙә минең бер ҡәрҙәшем дә, нәҫел-нәсәбем дә юҡ, әммә бөгөн унда пулялар һыҙғырыуы аҫтында йәшәргә мәжбүр һәр кем өсөн ут йотам, айырыуса балалар яҙмышы өсөн ҡайғырам. Беҙҙең ил, республика халҡы борон-борондан бәләгә тарыған, ярҙамға мохтаж кешеләрҙе үҙ ҡанаты аҫтына алып өйрәнгән. Был өлкәләрҙәге хәүефле хәл мине, һуғыш осоро балаһын, бик ныҡ уйландыра, хафаға һала.

Сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, етәкселәр хәлде яйға һалыу буйынса ҡулдан килгәндең барыһын да эшләренә ышанам. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың бәләгә ҡалған республика халҡына ярҙам итеү кәрәклеге тураһындағы ҡарары менән килешмәй булмай. Ғүмер буйы бергә йәшәп, афәт килгәндә яҡын кешеләреңдән йөҙ бороу егетлек түгел. Эйе, республикабыҙ был өлкәләрҙән ситтәрәк, алыҫтараҡ ята, әммә күңелебеҙ менән яҡынбыҙ.

Фото шәхси архивтан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: