Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2022, 14:15

Ҡабул итеүгә әҙерлек бара

Республикаға килеүселәр коронавирус менән хәлде киҫкенләштермәҫме?

Ҡабул итеүгә әҙерлек бара
Ҡабул итеүгә әҙерлек бара

 Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Донецк һәм Луганск  халыҡ республикаларынан килеүсе халыҡты  эвакуациялау буйынса оператив штабты етәкләй.  Шул йәһәттән ул бөгөн журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған бер нисә һорауға яуап бирҙе.

Республикаға килеүселәр коронавирус менән хәлде киҫкенләштермәҫме?  Максим Забелиндың әйтеүенсә, эвакуацияланыусыларға Ростов өлкәһендә үк тейешле медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Шартлыса сәләмәт тип иҫәпләнгәндәргә  республикала тест үткәреләсәк, тикшереү алгоритмы билдәле, кәрәк тип табылғанда һәр кем медицина ярҙамы аласаҡ.  

 Бының өсөн республикала ресурстар етерлекме? Максим Забелиндың әйтеүенсә, ресурстар етерлек. Бәлиғ булмағандарға һәм өлкәндәргә тейешле бөтә медицина ярҙамы  тулы күләмдә күрһәтеләсәк.

Эвакуацияланғандар араһында медицина хеҙмәткәрҙәре булған осраҡта уларға эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтеләсәкме? Министр аккредитация үткәндән һуң эш менән тәьмин итеү мөмкинлеген билдәләне. Ул 2014-2015 йылдарҙағы көсөргәнешле осорҙа Донбастан килгәндәрҙең эш менән тәьмин ителеүен  иҫкә төшөрҙө.

Фото:smartik.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: