Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2022, 22:45

Енәйәтселекте бергәләп кенә еңергә мөмкин

Енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара эш итеүҙе көсәйтергә ҡушылды.

Енәйәтселекте бергәләп кенә еңергә мөмкин
Енәйәтселекте бергәләп кенә еңергә мөмкин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 21 февралдә республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәк һәм муниципаль власть органдарына хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәттәре менән енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса ведомство-ара эш итеүҙе көсәйтергә ҡушты.

– 17 февралдә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән ултырышта Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Роман Деев республикала хоҡуҡ тәртибенең торошо хаҡында һөйләне һәм енәйәтселек кимәленең 2021 йыл йомғаҡтары буйынса 6,2 процентҡа кәмеүен билдәләне, – тине Радий Хәбиров. – Һүҙ иҫерек килеш, бәлиғ булмаған граждандарҙың йәмәғәт урындарында ҡылынған енәйәттәр һанын кәметеү хаҡында бара.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов төбәк власть органдарының хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәттәре менән үҙ-ара килешеп эш итеү пландары хаҡында һөйләне.

– Хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы видеотеркәү үҙәгендә заманса техник ҡорамалдар менән видеокүҙәтеү системаларын берләштерергә, шулай уҡ 1 415 йәмәғәт урынын видеокүҙәтеү камералары менән өҫтәмә йыһазландырырға тәҡдим итәбеҙ, – тине Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Шулай уҡ бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияларҙың эшмәкәрлегенә контролде көсәйтеү, белем биреү учреждениеларының хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүен әүҙемләштереү мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Тағы ла бер башланғыс – ауыл ерендә участковыйҙар өсөн блоклы ҡаралтылар төҙөү, уларҙа бер үк ваҡытта офис бүлмәһе һәм эш урынынан торлаҡ урынлашыр ине.

Шулай уҡ Эске эштәр министрлығынан металл һыныҡтарының законһыҙ әйләнеше һәм социаль түләүҙәр алғанда мутлыҡ өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү буйынса ҡануни нормалар индереү, енәйәт маҡсатында криптовалюта ҡулланған өсөн енәйәт яуаплылығы индереү тураһында тәҡдимдәр килде.

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа ведомство-ара эш итеү сиктәрендә ошо эшкә ҡушылырға һәм республиканың эске эштәр министры әйткән тәҡдимдәр пакетын ҡарарға ҡушты.

– Енәйәтселекте хоҡуҡ һаҡлау органдары көсө менән генә еңеп булмай, – тине Радий Хәбиров. – Бында бөтә власть органдары кимәлендә комплекслы ҡарарҙар кәрәк. Полицияның йәмәғәт пункттарын ремонтлауға һәм йыһазландырыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ. Был мәсьәләләрҙе яйлап хәл итербеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: