Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2022, 20:45

Хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәктәр

“Үҙ еренән ҡасырға мәжбүр булған кешеләрҙе төрлө юридик һорауҙарҙың борсоуы ихтимал".

Хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәктәр
Хоҡуҡи ярҙам күрһәтәсәктәр

Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан төбәккә ирекһеҙҙән күсеп килеүселәргә бушлай хоҡуҡи ярҙам  күрһәтәсәк.

“Үҙ еренән ҡасырға мәжбүр булған кешеләрҙе төрлө юридик һорауҙарҙың борсоуы ихтимал: был - ваҡытлыса һәм даими торлаҡ биреү, мотлаҡ документтарҙы рәсмиләштереү, социаль йәһәттән тәьмин итеү. Юристарыбыҙ Луганск һәм Донецк республикаларынан ҡасып килеүселәргә хоҡуҡи ярҙам күрһәтергә әҙер”, - тип белдерҙе Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса дәүләт комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Ирина Панькина. Ойошма юристарына хоҡуҡи ярҙам алыу өсөн алдан яҙылыу буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин. Граждандарҙы ҡабул итеү өсөн һылтанма:  https://alrf-rb.ru/workschedule.

Бынан тыш, беҙҙең бүлексәлә уникаль майҙансыҡ – “Просто Право” онлайн-ҡабул итеү бүлмәһе бар: унда онлайн форматта эксперттарға һорау бирергә була.

Фото: alrf.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: