Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Февраль 2022, 18:30

Штаб эшенә нисек ярҙам итергә?

Журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға штаб етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Руслан Насретдинов яуап бирҙе.

Штаб эшенә нисек ярҙам итергә?
Штаб эшенә нисек ярҙам итергә?

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Руслан Фәнәүис улы Насретдинов Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан эвакуацияланыусыларға йәмәғәт ярҙамы штабына етәкселек итә. Был штаб ниндәй маҡсатта төҙөлгән? Халыҡ уның эшенә ярҙам итә аламы? Журналистарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға штаб етәксеһе ҙур теләк менән яуап ҡайтарҙы.

– Йәмәғәт ярҙамы штабы “Берҙәм Рәсәй” партияһы булышлығында төҙөлдө, баш ҡаланың Цюрупа урамындағы 17-се йортта урынлашҡан. Гуманитар ярҙам ҡабул итеү пункттары ”Берҙәм Рәсәй”ҙең барлыҡ филиалдарында һәм 63 муниципалитетта бар. Штабтың төп бурысы – ирекмәндәрҙе эшкә йәлеп итеү, гуманитар ярҙам ойоштороу.

– Республикала гуманитар ярҙамды ҡайҙа ҡабул итәләр? Нимә килтерергә мөмкин?

– Алда әйтеп китеүемсә, бөтә ҡабул итеү пункттарында. Гуманитар ярҙам номенклатураһы билдәләнгән, улар кешегә тәү сиратта кәрәкле булған, оҙаҡ һаҡлана торған әйберҙәр. Штаб 19 февралдә, шәмбелә генә эшләй башлауына ҡарамаҫтан, иртәгәһенә үк беҙгә халыҡ ағыла башланы.

– Штаб эшенә тағы нисек ярҙам итергә мөмкин? Бәлки, ирекмәндәр һеҙгә кәрәктер? Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

– Эйе, ирекмәндәр беҙгә кәрәк. Гуманитар ярҙам ҡабул итеү пункттарына был һорау менән мөрәжәғәт итегеҙ. Мәғлүмәттәр алыу өсөн 218-19-19 телефонына шылтыратығыҙ. Халыҡ штаб эшенә әүҙем ҡушыла бара, кемдер килеүселәргә торлаҡ тәҡдим итә, аҙыҡ-түлек килтерә, ирекмән булырға теләй. Барыһына ла ҙур рәхмәт!

Фото: rb7.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: