Донецк һәм Луганск республиикалары өҫтөндә ҡара болоттар ҡуйыра. Украина уларҙы үҙенә кире ҡайтара алмағас, һуғыш менән яулап алырға ниәтләнә. Әлбиттә, Рәсәй был хәлдән ситтә ҡала алмай. Әле был республикаларҙың халҡын – балаларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, ололарҙы Рәсәйгә эвакуациялай башланылар.
Ошо ваҡиғаға ҡарата Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур ҠОЛҺАРИНА фекере менән уртаҡлашты:
– Беҙҙең Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте бер нисә йыл рәттән “Батырҙар юлы” хәйриә акцияһын уҙғарып килде. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын хәтерләү акциялары сигендә Луганск Халыҡ Республикаһы өсөн аҙыҡ-түлек, кейем, мәктәп кәрәк-яраҡтарынан торған Яңы йыл бүләктәре һәм гуманитар ярҙам ойошторҙо. Ярҙамдың төп өлөшө Луганск Халыҡ Республикаһының генерал-майор Миңлеғәле Шаймортаов исемен йөрөткән 22-се мәктәпкә күрһәтелде. Беҙҙең акцияны локаль хәрби конфликттарҙа һәм хәрби хәрәкәттәрҙе ҡатнашыусылар, йәмәғәт ойошмаһы әүҙемселәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең туғандары, кадеттар һәм хәрби-тәрбиәүи клубтар тәрбиәләнеүселәре күтәреп алды.
Быйыл 23 февралдә Луганскиға делегация менән сығырға йыйына инек. Унда барыуыбыҙҙың төп маҡсаты – Стәрлебаш районынан сыҡҡан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире, Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың исемен мәңгеләштереү ине. Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында бер урам Геройҙың исемен йөрөтә һәм ошо арала ҡаланың 29-сы мәктәбенә уның исеме бирелергә тейеш.
Үҙ ваҡытында мин Республиканың локаль хәрби конфликттарҙа һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы социаль-психологик реабилитациялау хеҙмәте менән етәкселек иттем. Хәлдең үҫешенең хәүефле булыуын яҡшы аңлайым.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, беҙ Луганск Халыҡ Республикаһының һәм Донецк Халыҡ Респбликаһының халҡын ҡабул итергә һәм ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Бөтәһен дә битараф ҡалмаҫҡа саҡырам!
Фото: Гөлнур Ҡолһаринаның социаль селтәрҙәге диуарынан.