Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
22 Февраль 2022, 15:30

Ярҙам итер өсөн йәмғиәтебеҙ берләшә

Һорау алыуҙа ҡатнашҡан рәсәйҙәрҙең 78 проценты ирекһеҙҙән күсенеп килеүселәргә ҡағылышлы ҡарарҙы хуплаған. 

Ярҙам итер өсөн йәмғиәтебеҙ берләшә
Ярҙам итер өсөн йәмғиәтебеҙ берләшә

Һуңғы ваҡытта Донбаста барған ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарынан алып “рус донъяһы” өсөн иң етди һынау булып тора. Был факт Рәсәй граждандарының Донбастан ирекһеҙҙән күсеп килеүселәрҙе хуплауын аңлата ала. Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының милләт-ара һәм дин-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса комиссияһы рәйесе, Рәсәйҙең милли сәйәсәт буйынса элекке министры Владимир Зорин, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә эвакуацияланған граждандарҙы ҡабул итеү тураһында Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәгенең һорауына аңлатма биреп, "URA.RU" баҫмаһына ошондай фекерен белдерҙе.

Бынан алда Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары башлыҡтары республика биләмәһенән граждандарҙы эвакуациялау тураһында иғлан иткәйне. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге һорау алыу мәғлүмәттәрен баҫтырып сығарҙы, уға ярашлы рәсәйҙәрҙең 78 проценты Донбастан килгән кешеләрҙе ҡабул итеү тураһында ҡарарҙы хуплай.

“Бөгөн ошо төбәктә булған фажиғәнең нимә аңлатҡанын аңлайбыҙ. Шикһеҙ, был Икенсе Бөтә Донъя һуғышынан һуң “рус донъяһы” кисергән етди һынау. Беҙҙә күршеләрҙең етәкселеге менән ошондай ҡапма-ҡаршылыҡ, бындай баһаларҙа һәм терминдарҙа тарҡаулыҡ күҙәтелгәне юҡ ине әле”, – тине Владимир Зорин.

Рәсәй Йәмәғәт палатаһы ағзаһы фекеренсә, был Рәсәй граждандарының Донбастан килгәндәрҙе ҡабул итеүгә ярҙам итеүен аңлата ала. “Был хәл үҫешә тип уйлайым, һәм эвакуацияланған граждандарға уларҙың ауырлыҡтарын аңлау, уларға ярҙам итеү кәрәклеге йәһәтенән мөнәсәбәттең яҡшырыу тенденцияһы барыуы ихтимал”, - тине ул.

Төбәктәр ирекһеҙ күсеп килеүселәрҙең килеүенә әҙер, тип билдәләне “Минченко консалтинг” коммуникация холдингы президенты Евгений Минченко. “Мәскәү өлкәһе – 10 меңгә, Краснодар крайы 20 меңгә тиклем кешене ҡабул итергә әҙер. Ысынында иһә, күләм ярайһы уҡ ҙур. Әлеге ваҡытта, аңлауымса Рәсәйгә ҡырҡ меңләп кеше ингән, ләкин бының тиҫтәләрсә һәм йөҙҙәрсә мең булыуы мөмкин тип уйлайым”, – тип билдәләне агентлыҡ әңгәмәсеһе.

“Беҙҙә Донбасстан эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул итеү һәм урынлаштырыу – дөйөм гуманитар йәһәттән дә, шулай уҡ Луганск һәм Донецк республикаларында бер нисә йөҙ мең Рәсәй гражданы йәшәү яғынан ҡарағанда ла дөрөҫ ҡарар “, – тине “ВЗГЛЯД” гәзитенә сенатор Константин Долгов.

Федерация Советы ағзаһы Константин Долгов йәмғиәтебеҙҙең ҡайһы бер өлөшөнөң ирекһеҙҙән күсенеүселәргә ярҙам итеү өсөн аҡса һәм көс бүленеүе сәбәпле ризаһыҙлығын аңлай алмайым, тип белдерҙе. Унң фекеренсә, әле беҙҙә кешелеклеккә тестлау бара. Һәм күпселек уны уңышлы үтә.

Сенатор Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең яңы үткәрелгән һорау алыу йомғаҡтарын иҫкә төшөрҙө, уға ярашлы рәсәйҙәрҙең 80 процент самаһы Рәсәй төбәктәренә эвакуацияланған Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәрҙе ҡабул итеү тураһында ҡарарҙы хуплауын белдерҙе. “Өҫтәүенә федераль кимәлдә лә ярҙам күрһәтелә – 40-тан ашыу төбәк Донбаста йәшәүселәрҙе ҡабул итергә әҙер булыуын белдерҙе”, – ти ул.

Әңгәмәсе халыҡ-ара гуманитар ойошмаларҙың тейешенсә эшләмәүенә лә иғтибар итте. “Әйткәндәй, Евросоюз һәм Американың хоҡуҡ һаҡлаусылары һәм гуманитар йәмғиәттәре ҡайҙа һуң? Ни өсөн улар Донбаста йәшәүселәргә ҡағылышлы бер ни ҙә өндәшмәй? Ни өсөн шундай һайлаусанлыҡ? Хәҙер битлектәр ташланған, кемдең кем икәнлеге күренеп тора”, – тине Долгов.

Сенатор һүҙҙәренсә, “Берҙәм Рәсәй”ҙең йәш ирекмәндәре һәм активистары ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарына бик тиҙ килгән – “бойороҡ буйынса түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса”. “Бөтә йәмғиәтебеҙ Донбаста йәшәүселәргә ярҙам итер өсөн властар менән берләшә, улар беҙгә этник, шулай уҡ рухи һәм хатта юридик яҡтан да яҡын”, – тигән парламентарий.

Фото: Эрик Романенко. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: