Тиҙҙән Башҡортостан Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан эвакуацияланған тәүге граждандарҙы ҡабул итәсәк, был – ике меңгә яҡын кеше. Әлеге ваҡытта гуманитар ярҙам йыйыу иғлан ителгән. Һуңғы бер нисә көндә Донбаста тормоштоң нисек үҙгәреүе һәм урындағы халыҡты эвакуациялауҙы нисек ойоштороу тураһында журналист-блогер Рәмил Замдыханов бәйән итә. Ул "Рәсәй 24 Башҡортостан" телеканалы эфирында барған "Яңылыҡтар. Интервью" тапшырыуында Рәсәй һәм Башҡортостан халҡына ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтте.
– Беренсенән, Донбаста йәшәүселәр Рәсәй Федерацияһының уларҙы етеп килгән хәүеф ваҡытында һыйҙырыуға әҙерлеге бик тулҡынландырҙы. Хәүефтең масштабтарын әле бер кем дә баһалай алмай. Хоҙай насип итеп, барыһы ла туҡтаһын ине, әлеге нөктәлә берәү ҙә гарантия бирә алмай. Рәсәй сираттағы тапҡыр ярҙам ҡулын һуҙа: ҙур Рәсәй, ғәйәт ҙур Рәсәй, Ростовтан алып Башҡортостанға һәм башҡа төбәктәргә тиклем. Шуныһы мөһим, беҙ бөтә ерҙә лә сит кеше түгел – был ҡиммәтле хис, берҙәмлек тойғоһо, күптәр беҙҙең бер ҙур ил – Советтар Союзын да хәтерләй, был арауыҡ – тағы ла дөйөм йортҡа әүерелә, был бик тулҡынландырғыс, – тине Замдыханов.
Интервьюның тулы вариантын ошонда ҡарағыҙ: https://gtrk.tv/proekty/vesti-intervyu/258555-bloger-donecka-ramil-zamdyhanov-rasskazal-kak-izmenilas-zhizn-donbasse
Фото: скрин-шот.