Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
24 Февраль 2022, 16:00

Илдә 12 аэропорт ябылды

"Рәсәй Федерацияһының авиация етәкселеге алдағы рейс пассажирҙарына һәм ҡаршылаусыларға аэропорттарға барыуҙан ҡәтғи тыйылып торорға тәҡдим итә", – тип хәбәр итә ведомство.

Илдә 12 аэропорт ябылды
Илдә 12 аэропорт ябылды

Украина менән бәйле хәлдәр ҡатмарлашыу арҡаһында, Федераль һауа транспорты агентлығы 12 аэропортта, атап әйткәндә, Витязево (Анапа), Платов (Ростов), Пашковский (Краснодар), Элиста, Геленджик, Ставрополь, Брянск, Белгород, Орел, Курск, Симферополь, Воронеж аэропорттарында осоуҙарҙы туҡтатты.

– Рәсәй Федерацияһының авиация етәкселеге алдағы рейс пассажирҙарына һәм ҡаршылаусыларға аэропорттарға барыуҙан ҡәтғи тыйылып торорға тәҡдим итә, – тип хәбәр итә ведомство.

Аэропорттарҙың һәм авиакомпанияларҙың эше үҙгәреше тураһындағы мәғлүмәт компанияларҙың рәсми сайттарында һәм социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырыла.

Анапа һәм Краснодар аэропорттары етәкселеге пассажирҙарға 2 мартҡа тиклем килмәүҙе һорап мөрәжәғәт итте, шулай уҡ билеттарҙы алыштырыу йәки ҡайтарыуға бәйле һорауҙар буйынса авиакомпанияларға туранан-тура мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә, ә аэропорттарға түгел. Матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, осоу зонаһы граждандар суднолары өсөн хәүефле тип табылған.

Бөгөн иртәнсәк Украинаның һауа киңлегендә граждандар авиацияһы хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелгән.

Фото: u23.ru 

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: