Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡына телевидение аша мөрәжәғәт итте. Ул Украина тарафынан һигеҙ йыл дауамында геноцидҡа дусар булған халыҡты яҡлау өсөн Донбасс биләмәһендә махсус хәрби операция башларға ҡарар итеүе хаҡында белдерҙе.
Ошоға бәйле Башҡортостандың Милли китапханаһы директоры, республиканың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Марат Зөлҡәрнәев үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Ауыр һорауҙарҙың береһе, әлбиттә, был. Геосәйәсәт менән ныҡ бәйле. Бында дипломатик рәүештә күптән хәл ителә алмаған проблемалар тора. Беҙ был тиклем көтә алмай инек. Һөҙөмтәлә Владимир Путин ғәскәр индерергә мәжбүр булды. Ул иң беренсе сиратта беҙҙең илебеҙҙә һәм унда йәшәгән халыҡтар араһында һуғыш булдырмаҫ өсөн эшләй быны.
Америка һәм НАТО-ға ышаныс юҡ, әлбиттә. Уларҙың үҙ көстәрен нығытып, беҙҙең сиктәргә яҡын килеүе илебеҙгә хәүеф менән янай. Ә Украина, әлбиттә, уларҙың ҡулында, ул бөгөн үҙаллы түгел. Был бик үкенесле. Һәм Рәсәй Федерацияһы ошо ҡатмарлы геосәйәси хәлдә үҙенең сиктәрен һәм халҡын яҡларға ынтыла.
Фото: kultura.rb