Бөгөн иртәнге сәғәт унынсыла Шаран районында Шаран – Темняков автомобиль юлының беренсе саҡрымында “Лада Ларгус” менән “КамАЗ” автомобилдәре бәрелешкән.
Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аварияла “Ларгус” автомобиле водителе медицина ярҙамы килгәнгә тиклем үк һәләк булған. Еңел машиналағы ике пассажир ҙа дауаханаға оҙатылған. Бер аҙҙан дауаханала тағы ла бер пассажир – 2000 йылғы егет үлеп ҡалыуы тураһында мәғлүм булды.
Был аҙна республика юлдарында хәл бер аҙ тотороҡланған кеүек ине, тыныслыҡ оҙаҡҡа барманы – тағы ла авария, тағы ла ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Әйткәндәй, уҙған аҙнала республикала 36 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлһә, уларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән, 41 кеше тән йәрәхәттәре алған.
“Тән йәрәхәттәре алған” тип яҙһаҡ та, уның артабанғы эҙемтәләре күптәр өсөн ғүмерлек төҙәтелмәҫлек, уңалмаҫлыҡ яра булып ҡала. Ә бит авария арҡаһында күпме кеше зәғифләнә, инвалид коляскаһына ултырырға мәжбүр. Ундай яҙмышлы кешеләрҙе алыҫтан эҙләргә кәрәкмәй, улар беҙҙең арала – ауылдаштар, туғандар, дуҫтар, таныштар...
Бынан ике йыл элек бер танышым ҡапыл бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаны. Бер нисә аҙна үткәс, үҙем хәлен белеп шылтыраттым. Баҡтиһәң, ул дауаханала ауыр хәлдә ята – аварияға осраған.
Хәл былай була. Ул тарафтарҙа йәмәғәт автобусы юҡ, электричка менән йөрөргә мөмкин, тик теләгән ваҡытҡа барып етмәй. Шуға ла бер нисә кеше ауылдаштарын яллап, кәңәшмәгә юлланған.
– Тыныс ҡына китеп барған кеүек инек. Күҙ менән ҡаш араһында ҡаршы килгән автомобилгә бәрелдек, ә ҡалғанын иҫләмәйем... Аңыма килгәндә, дауаханала инем. Ҡабырғам бер нисә урындан һынған, баш мейеһе һелкенгән, аяҡтар ауырта, атлай алмайым. Оҙаҡ ваҡыт дауаланғандан һуң, аяҡҡа баҫтым, әммә шул ваҡыттан алып йыш ауырыйым, элекке кеүек рәхәтләнеп йүгереп йөрөй алмайым. Артыҡ хәрәкәттәр эшләһәм, йәрәхәттәр үҙенекен һиҙҙертә, тағы ла аяҡтан йығылам да китәм. Дауаланыуға киткән аҡсаның иҫәбе-хисабы юҡ.
Бына шулай, хәҙер элекке кеүек шәплек юҡ, ҡыҙыҡай. Һау ҡалғанға Хоҙайға рәхмәт әйтәм. Әгәр шул аварияла үлгән булһам, өс баламды кем тәрбиәләр ине икән?! Мин бит уларҙы яңғыҙым ҡарайым.
Авария ул ҡот осҡос нәмә, уна дуҫыңа түгел, ә дошманыңа ла күрһәтмәһен, – тип бәләгә тарыу ваҡиғаһы менән уртаҡлашты.
Бына шулай, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған водителдәр арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөлә, мәңгелеккә инвалид булып та ҡалалар. Шуға ла һәр водитель юлда мөмкин тиклем һаҡсыл йөрөһөн, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен ине, тип теләйбеҙ.
Фото:. Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан.