Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
25 Февраль 2022, 18:00

Кеше бәләһенән ситтә ҡалмайыҡ!

Башҡортостан халҡы эвакуацияланған кешеләргә ярҙам итер өсөн 4 тонна гуманитар ярҙам йыйған.  

Кеше бәләһенән ситтә ҡалмайыҡ!
Кеше бәләһенән ситтә ҡалмайыҡ!

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы ҡарамағындағы ЛХР һәм ДХР-ҙың эвакуацияланған граждандарына йәмәғәт ярҙамы штабы базаһында гуманитар ярҙам йыйыу буйынса пункттар эшләүен дауам итә. Республика халҡы көн һайын кәрәк-яраҡ әйберҙәр килтерә.

Әле Стәрлебаш районы пунктында 100 килограмм, Яңауыл районында – 120, Сибайҙа – 350, Салауатта 300 килограмм гуманитар ярҙам йыйылған. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләре ҡарамағындағы ирекһеҙ күскенселәргә ярҙам йыйыу буйынса барлыҡ 63 пунктта 4000 килограмдан ашыу гуманитар ярҙам иҫәпләнә.

Саҡмағош районы партияһының урындағы бүлексәһе гуманитар ярҙам йыйыу буйынса лидер. Бөгөнгә муниципалитетта йәшәүселәр 800 килограмдан ашыу беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәре алып килгән.

“Ирекмәндәр беренсе кәрәк-яраҡ предметтарын йыйыу менән әүҙем шөғөлләнә һәм халыҡты эвакуацияланған граждандарға ярҙам итеүгә ҡушылырға саҡыра. Гуманитар ярҙам сифатында кейем, гигиена саралары, туҡланыу продукттары тапшырылыуы мөмкин. Теләгән һәр кем беҙҙәге пунктҡа килеп, ҡулынан килгәнсе ярҙам күрһәтә ала”, – тине Саҡмағош районы “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Ильмира Федорова.

Алина Нәбиева әйтеүенсә, улар район ҡулланыусылар йәмғиәте исеменән аҡса йыйып, аҙыҡ-түлек продукттары – макарон изделиелары, үҫемлек майы, ярмалар һатып алған.

Иҫке Ҡалмаш ауылында йәшәүсе Диана Миңлеғәлиева күскенселәргә ярҙамға килеүҙең мөһимлеген билдәләне. Ул ҡатындар һәм балалар өсөн яңы кейем алып килгән.

“Бөгөн Украинала барған ваҡиғалар менән килешергә мөмкин түгел. Меңләгән кеше йортһоҙ тороп ҡалған. Уларға ҡулдан килгәнсә ярҙам кәрәк”, – ти Диана Миңлеғәлиева.

Межгорьела эвакуацияланған граждандарға 220 килограмм гуманитар ярҙам йыйылған да инде. Межгорье ҡалаһы урындағы “Берҙәм Рәсәй” бүлексәһенең башҡарма секретары Руслан Латипов пункттың эше тураһында һөйләне. Ирекмәндәр штаб эшенә ҡушылды, тип билдәләне ул. Ирекмәндәр гуманитар ярҙамды сорттарға айырыуҙа һәм фасовкалауҙа ҡатнаша.

“Йәш күңеллеләр” берләшмәһе ағзалары һәм Межгорье ҡалаһының педагогик белем биреү ветерандары ойошмаһы вәкилдәре лә күскенселәргә ярҙам итеү акцияһына ҡушылған.

“Хәҙер беҙҙең Рәсәй Федерацияһы граждандарына әүерелгән кешеләрҙең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Беҙ һеҙҙең менән, бөтә өлкәләрҙә лә ярҙам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ ҡала халҡын ошо акцияға ҡушылырға саҡырам”, – тине “Йәш күңеллеләр” берләшмәһе етәксеһе Татьяна Усманова.

Асҡын районында 100 килограмм гуманитар ярҙам йыйылған.

“Гуманитар ярҙам – бөгөн өйөндә һуғыш булғандарға шәфҡәтлелек сағылдырыуыбыҙ. Беҙ кешеләрҙең ҡулдарынан килгәнсә барыһына ла ярҙам итергә тырышыуҙарын күрәбеҙ”, – ти Асҡында йәшәүсе Эльмира Жеребцова.

Баҡалы районы халҡы ла Луганск һәм Донецк республикалары граждандарының бәлә-ҡазаһынан ситтә ҡалманы. Эвакуацияланғандарға гуманитар ярҙам йыйыу буйынса пункт иртәнән кискә тиклем эшләй. “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәге ирекмәндәре штабы эшендә ҙур ярҙам күрһәтә.

“Бөгөн беҙ ярҙам ҡулын һуҙабыҙ, ә иртәгә беҙгә ярҙам итеүҙәре бар. Бер кем дә ситтә ҡалмаһын өсөн район халҡын саҡырабыҙ”, – тине Гөлсинә Закирова.

Уның һүҙҙәренсә, эшкә район эшҡыуарҙары ла ҡушылған. Кешеләр ярҙам ҡулы һуҙҙы, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Бөгөн пенсионер Тамара Ғабдуллина кейем-һалым, оҙайлы һаҡлау аҙыҡ-түлеге һәм гигиена саралары алып килгән. Ҡатын үҙенең кисерештәре хаҡында һөйләп, күҙ йәштәрен тыя алмаған.

“Йөрәгем ярыла. Көсөмдән килгәндең барыһын да йыйып алып килергә булдым. Эвакуацияланғандар шуны аңлаһын – улар беҙгә туған кешеләр. Улар үҙҙәрен яратҡандарын һәм хуплағандарын тойһон өсөн. Улар яңғыҙ түгел, беҙ һәр ваҡыт яндарында буласаҡбыҙ. Баҡалылар, ситтә ҡалмағыҙ, был беҙҙең уртаҡ ҡайғыбыҙ. Уларға ошо ваҡиғаларҙы үткәреп ебәрергә ярҙам итергә кәрәк”, – тине Тамара Ғабдуллина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәләрендә Луганск һәм Донецк республикаларының эвакуацияланған граждандарына йәмәғәт ярҙамы штабы ҡарамағында гуманитар ярҙам йыйыу буйынса пункттар эшләй.

Гуманитар ярҙам Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17 адресы буйынса Йәмәғәт ярҙамы штабында ҡабул ителә.

Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бөтә 63 бүлексәһендә лә. Тулыраҡ исемлекте партия сайтында ҡарарға мөмкин.

Эш режимы:

Дүшәмбе –йома иртәнге 9-ҙан киске 9-ға тиклем.

Шәмбе – йәкшәмбе иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем.

Йәмәғәт ярҙамы штабының берҙәм колл-үҙәге – 8 (347) 218-19-19.

Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә.

Фото: "Берҙәм Рәсәй". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: