Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мөһим һүҙҙәр менән башланы. Уның белдереүенсә, беҙҙең идара итеү командаһы, һис шикһеҙ, Президентыбыҙҙың Украинала махсус хәрби операция үткәреү буйынса ҡарарын тулыһынса хуплай.
“23 февралдә Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларын таныу буйынса үҙ позициябыҙҙы аныҡ әйттек. Мин ҡораллы көстәрҙең үҙ бурысын үтәйәсәгенә ышанам, һәм беҙ ҙә улар өсөн борсолабыҙ, әлбиттә. Беҙҙең артта дүрт миллионлы республика, кешеләр йәшәй, балалар мәктәпкә йөрөй, ковид бер ҡайҙа ла китмәне, халҡыбыҙ тыныс, уңайлы йәшәһен һәм һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнһен өсөн республиканың нормаль эшләүен тәьмин итергә тейешбеҙ. Мин барыһын да бының менән шөғөлләнеүҙәрен һорайым. Шуға бәйле шәмбе Хөкүмәт Премьер-министрына аналитик эш алып барырға һәм иҡтисади өлкәлә килеп тыуыуы ихтимал булған ҡатмарлыҡтарға әҙерләнергә ҡуштым”, – тине Радий Хәбиров.
Фото: oktnews.ru