Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
28 Февраль 2022, 13:30

Социаль бурыстар үтәләсәк

“Беҙ бөтә социаль йөкләмәләрҙе аныҡ үтәргә әҙербеҙ, граждандарыбыҙ бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар тоймаясаҡ", тине Андрей Назаров. 

Социаль бурыстар үтәләсәк
Социаль бурыстар үтәләсәк

Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышы уҙыуы хаҡында һөйләне. Унда Көнбайыштың санкциялар сәйәсәте менән бәйле хәлдең ҡатмарлашыу ихтималлығына ҡағылышлы бер нисә йүнәлеш билдәләнде.

“Беҙ бөтә социаль йөкләмәләрҙе аныҡ үтәргә әҙербеҙ, граждандарыбыҙ бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар тоймаясаҡ. Милли проекттар һәм федераль программалар буйынса ла бөтәһе лә ваҡытында башҡарыласаҡ. Әле беҙҙә барған объекттар төҙөлөшөнә килгәндә, уларҙы билдәләнгән ваҡыт эсендә төҙөү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Яңы объекттар буйынса бөтә пландар ҙа көсөндә ҡала, бюджеттан һәр һумдың һөҙөмтәлелеген күтәреү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ”, – тине Андрей Назаров.

Хөкүмәт Премьер-министры аңлатыуынса, иртәгәнән система булдырыусы предприятиелар тотороҡло эшләһен өсөн дәүләт ярҙамы сараларын билдәләү өсөн көрсөккә ҡаршы штаб эшләй башлай. Экспортҡа эшләгән предприятиеларға планлы рәүештә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: