Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Март 2022, 19:30

"Рәсәйҙең именлеген хәстәрләү сараһы"

Республика Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов хәрби операцияға ҡарата фекере менән уртаҡлашты.

"Рәсәйҙең именлеген хәстәрләү сараһы"
"Рәсәйҙең именлеген хәстәрләү сараһы"

Рәсәй Оборона министры Сергей Шойгу белдереүенсә, әлеге махсус хәрби операцияның төп маҡсаты – Рәсәйҙе Көнбайыш яғынан янаған хәрби хәүефтән һаҡлау.

"Беҙҙең өсөн иң мөһиме – Рәсәй Федерацияһын украин халҡын беҙҙең илгә ҡаршы ҡулланырға тырышҡан Көнбайыш илдәре тарафынан тыуҙырылған хәрби хәүефтән яҡлау. Рәсәй армияһы Украина биләмәһен баҫып алмай", – тип белдерҙе ул.

Алдараҡ Сергей Шойгу Рәсәй Президенты Владимир Путинға уның бойороғона ярашлы Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре, Төньяҡ һәм Тымыҡ океан флоттары идаралығы пункттарының смена дежурныйҙарының алышыныуы, алыҫ авиация командованиеһы көсәйтелгән режимда хәрби дежурлыҡты башлауы тураһында белдергәйне.

Билдәле булыуынса, Рәсәй етәкселегенең был ҡарарын илебеҙ халҡының төп өлөшө, шулай уҡ йәмәғәтселек хуплап сығыш яһаны. Дәүләт Думаһы ла, Федерация Советы ла берҙәм тауыш бирҙе.

Республика Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов та ошо хәлдәргә ҡарата фекере менән уртаҡлашты.

– Украинала барған хәрби операция - Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларына ҡаршы алып барылған һуғышты бөтөрөү өсөн мәжбүри сара. Ул Рәсәйҙең киләсәген хәстәрләү, беҙҙе ҙур һуғыштан һаҡлап ҡалыу өсөн берҙән-бер мөмкинлек, – тине Рафаэль Ибраһим улы.

Билдәле булыуынса, 24 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй халҡына телевидение аша мөрәжәғәтендә Украина тарафынан һигеҙ йыл дауамында геноцидҡа дусар булған халыҡты яҡлау өсөн Донбасс биләмәһендә махсус хәрби операция башларға ҡарар итеүе хаҡында белдерҙе. Бындай ҡарар Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары башлыҡтары ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндән һуң ҡабул ителгән.

Фото: ufa.bezformata.com

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: