Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Март 2022, 17:00

Ҡортсолоҡ инвесторы проекты туҡтатылды

"Был урындағы умартасыларға минең проект арҡаһында юғалтҡан йән тыныслығын ҡайтарасаҡ", - ти инвестор. 

Ҡортсолоҡ инвесторы проекты туҡтатылды
Ҡортсолоҡ инвесторы проекты туҡтатылды

Франция инвесторы Патрик Хоффман (“Отрада” компаниялар төркөмө) геосәйәси көсөргәнешлеккә бәйле үҙенең инвестиция проектын туҡтатыу тураһында белдерҙе. 

“Бөгөн Ишембай районында башҡорт балын артабан экспортҡа сығарыу маҡсатында уны етештереү буйынса минең инвестиция проектымдың презентацияһы үтергә тейеш ине. Ҙур үкенес менән шуны хәбәр итәм: геосәйәси көсөргәнешлек менән бәйле инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы “туңдырырға” мәжбүрбеҙ. Әлеге халыҡ-ара хәл проекттың иҡтисади аспекттарында һәм уны финанслауҙа етди үҙгәрештәргә килтерә. Киләһе бал миҙгеленә Европа союзынан импорт ҡорамалдарын килтереү ҙә мөмкин түгел. Шул уҡ ваҡытта проекттан тулыһынса баш тартырға теләмәйем һәм бер йылдан, сәйәсәт икенсе планға киткәс һәм сауҙа-иҡтисади һәм инвестиция бәйләнештәре тергеҙелгәс, уға кире ҡайтырға әҙермен.

“Би хэппи” компанияһы 5 мартҡа тәғәйенләнгән 14 урман участкаһын ҡуртымға алыуға аукционда ҡатнашмаясаҡ. Был урындағы умартасыларға минең проект арҡаһында юғалтҡан йән тыныслығын ҡайтарасаҡ.

Проектты тергеҙеп ебәргән осраҡта, тәүге аҙым сифатында үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек булдырыу өсөн урындағы умартасылар менән ентекле диалог үткәреләсәк.

Иртәгә мин Липецкка ҡайтам, унда булдырылған йөҙәрләгән эш урыны хәүеф аҫтына ҡуйылмаҫына инаныр өсөн кәрәк был. Шуға инанмай тороп, хатта ҡатыным һәм ғаиләм менән күрешер өсөн дә мин Рәсәйҙән китмәй торасаҡмын.

Рәсәйҙә 20 йылдан ашыу йәшәүемә һәм эшләүемә ҡарамаҫтан, Башҡортостанды үҙем өсөн яңыраҡ ҡына астым: иҫ киткес матурлыҡ, изге күңелле кешеләр һәм бик уңайлы инвестиция мөхите булған республика ул. Уның брендтарының береһе – башҡорт балы, ҙур ҡеүәте булһа ла, уны сит илдәрҙә аҙ беләләр. Сифатлы башҡорт йүкә балы донъя баҙарҙарында Яңы Зеландияның “Манука” балы менән дәғүәләшә алыуына ышанам. Киләсәктә проектыбыҙҙы бойомға ашырырбыҙ һәм башҡорт балын донъяға танытырбыҙ тип ышанам!” – тигән ул.

Фото: fao.org

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: