Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Март 2022, 16:00

"Паникаға бирелмәйек"

"Бындай шарттарҙа берләшеү һәм дәүләт мәсьәләләрен хәл итеүҙе ышанып, үҙебеҙ һайлаған ил Президенты билдәләгән курсты яҡлау мөһим", - тигән фекерҙә Лида Исәргәкова.

"Паникаға бирелмәйек"
"Паникаға бирелмәйек"

Әлеге ваҡытта илдә һәм донъяла барған һуңғы ваҡиғаларға бәйле мәғлүмәт бик күп булып китте, уларҙың ҡайһыһына ышанырға һәм нисек дөрөҫөн белергә? Нисек ығы-зығыға бирелмәҫкә?

Был хаҡта Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Лида Исәргәкова үҙенең фекерен белдерҙе.

– Моғайын, аҡыллы фекер йөрөткән һәр кешегә Украина менән бәйле хәлдәр тынғы бирмәйҙер. Әммә берәүҙәр рәсми раҫланған сығанаҡтарҙан мәғлүмәт ала, икенселәр ялған мәғлүмәткә, алдан әҙерләнгән кадрҙарға, Рәсәй иҡтисады емерелә тигән дөрөҫ булмаған һүҙҙәргә ышанып, паникаға бирелә. Сит ил социаль селтәрҙәрендә һәр яҙма аҫтында һүҙ көрәштәре киң ҡолас ала, унда кешеләр бер-береһен кәмһетә башлай һәм әрләшеү китә. Бындай шарттарҙа берләшеү һәм дәүләт мәсьәләләрен хәл итеүҙе ышанып, үҙебеҙ һайлаған ил Президенты билдәләгән курсты яҡлау мөһим. Фейктар тулҡыны туғандаш халыҡтарҙа нәфрәт тыуҙырыуға сәбәпсе булырға тейеш түгел. Аҡыллы булайыҡ! – тине ул.

Фото: "Молодежная газета". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: