Рәсәй Президенты Владимир Путин Именлек Советының даими ағзалары менән уҙғарған кәңәшмәлә Донбасты яҡлау буйынса махсус операцияла ҡатнашыусыларға биш миллион һум түләнәсәге тураһында белдерҙе. Ил Президенты “хәрби операция ваҡытында яраланған хәрбиҙәргә өҫтәмә рәүештә өс миллион түләүҙе ҡарарға кәрәк” тине.
– Һәләк булғандар ғаиләһенә бер тапҡыр түләнгән пособие – 7421000 һум. Бынан тыш, һәләк булғандарҙың ғаиләһенә тағы ла биш миллион һум өҫтәмә түләү буласаҡ, – тип тәҡдим итте ил етәксеһе.
Президент хәрби операция графикка ярашлы барыуы һәм барлыҡ бурыстар үтәлеүе тураһында лә әйтеп үтте.
Белеүебеҙсә, 24 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй халҡына телевидение аша мөрәжәғәтендә Украина тарафынан һигеҙ йыл дауамында геноцидҡа дусар булған халыҡты яҡлау өсөн Донбасс биләмәһендә махсус хәрби операция башларға ҡарар итеүе хаҡында белдерҙе. Бындай ҡарар Донецк Халыҡ Республикаһының һәм Луганск Халыҡ Республикаһының башлыҡтары ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндән һуң ҡабул ителде.
Фото: kremlin.ru