Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
4 Март 2022, 23:00

Партия һәр саҡ алғы сафта

"Халыҡ беҙгә ышанһын өсөн һәр саҡ бик яҡшы эшләргә тейешбеҙ".

Бөгөн Өфөнөң "Торатау" конгресс-холында "Берҙәм Рәсәй" партияһы төбәк бүлексәһенең "Старт 24" конференцияһы үтте.

Сарала иртәнән бер нисә фекер алышыу майҙансығы эшләне: "Мобилизация буйынса проекттарҙы яҡлау", "Депутаттар корпусы - республика командаһы/Хәбиров командаһы", "Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү стратегияһы 2035", "Атайсал".

Белем биреү блогында "Берҙәм Рәсәй - Башҡортостан" гәзитенең өйрәтеү лабораторияһы", "Юғарыға" мобиль ҡушымтаһында эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе", "Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар грантына ғариза әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе" темалары буйынса эш алып барылды.

Сараның төп өлөшө - "Берҙәм Рәсәй" бүлексәһе конференцияһы тамаша залында үтте. Унда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Төбәк етәксеһе сығышын Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашҡан ике яҡташыбыҙ – Ҡырмыҫҡалы районынан өлкән сержант Кузьма Николаев һәм Ейәнсура районынан өлкән лейтенант Алексей Кондратьевтың һәләк булғаны тураһындағы ҡайғылы хәбәр менән башланы. Сарала ҡатнашҡан делегаттар мәрхүмдәрҙе бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

Башҡортостан Башлығы сығышында партияның эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бирҙе. “Ул һәр саҡ алғы һыҙыҡта. Иң ауыр минуттарҙа ла шулай булды. Беҙ еңел булмаған ваҡытты берҙәм ҙур командабыҙ менән бергә кисерәбеҙ. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ике йыл дауамында күп көс-ҡеүәтебеҙҙе һалдыҡ кеүек. Һәм әле беҙҙең алда – сираттағы һынау, уға лайыҡлы яуап бирергә тейешбеҙ”, – тип Радий Фәрит улы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына оҙатылған гуманитар ярҙам тураһында һөйләп үтте.

Артабан, көн тәртибенә ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретарын һайланылар. Тауыш биреү йәшерен рәүештә электрон форматта ойошторолдо, был ысул Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡулланылды. Тауыш биреүгә ике кандидат ҡуйылды. Делегаттарҙың күпселеге Радий Хәбиров өсөн тауыш бирҙе. Шулай итеп, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары вазифаһына сираттағы мәртәбә Радий Фәрит улы һайланды.

Ул үҙ сығышында 2023 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, ә унан һуң – 2024 йылда – Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлығын һайлау уҙасағын билдәләне.

– Халыҡ беҙгә ышанһын өсөн һәр саҡ бик яҡшы эшләргә тейешбеҙ, – тине республика Башлығы.

Конференцияла сығышында “Берҙәм Рәсәй” партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе, Генераль совет секретары урынбаҫары Александр Сидякин Донбасҡа гуманитар ярҙам күрһәткән өсөн республика халҡына рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ 2021 йылдағы һайлау кампанияһы барышында төҙөлгән Халыҡ программаларын үтәү буйынса бурыстар тураһында һөйләне.

– Һайлаусыларҙың наказы буйынса 2022 йылда 103 мәктәпте йүнәтеү, 300 мәктәп автобусын яңыртыу бурысы тора. 43 мәктәп спорт залдарҙы ремонтлау программаһында ҡатнашасаҡ. 200 ихатаны һәм 122 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндерәсәктәр. 15 мәҙәниәт йортоноң матди базаһы тулыландырыласаҡ. Һигеҙ театрҙы яңыртыуға акса бүлеү ҡаралған, уларҙың өсәүһе – балалар театрҙары. Дүрт балалар сәнғәт мәктәбе бинаһына капиталь ремонт эшләнәсәк. Былар - Халыҡ программаһындағы аныҡ объекттар, уларҙы “Берҙәм Рәсәй” тормошҡа ашыра, – тине Александр Сидякин. Шулай уҡ ул 2024 йылға партия алдында торған етди бурыстарға туҡталды.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров партияның 2020 һәм 2021 йылдарҙағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Был йылдар ирекмәндәр хәрәкәте  билдәһе аҫтында уҙҙы. Уның асыҡ миҫалы – “Беҙҙең хәстәр” партия проекты, ошо нигеҙҙә Башҡортостанда коронавирус пандемияһы ваҡытында 500 меңдән ашыу кеше ярҙам алған.

– Мохтаждарға һөҙөмтәле адреслы социаль ярҙам күрһәтеү өсөн республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2020 йылдың 1 сентябренән “Хәстәр картаһы” проектын ебәрҙек. Уның ярҙамында йыл ярымда 30 меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәтә алдыҡ, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.

Проект ирекмәндәре Урал аръяғы райондарындағы урман янғындарына ҡаршы көрәштә әүҙем ҡатнаша.

Сара аҙағында Радий Хәбиров партияның әүҙем ағзаларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Шул иҫәптән Рөстәм Әхмәҙинуровҡа – Салауат Юлаев ордены, Александр Сидякинға һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең баш бухгалтеры Лиана Лоҡмановаға Башҡортостан Республикаһының Рәхмәт ҡағыҙҙары тапшырылды.

Конференция айҡанлы конгресс-холл фойеһында тематик күргәҙмәләр ойошторолдо. Мәҫәлән, "Берҙәм Рәсәй"гә 20 йыл - партияның төбәк бүлексәһе барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше" тематик экспозицияһы, "Ватан һаҡсыһы", "Республиканы ас"," Айыҡ Башҡортостан", "Хәүефһеҙ Башҡортостан","Ихата хоккейсы лигаһы", "Алтын ҡулдар", "Атайсал-яҡташтар" республика партия проекттарының һәм "Ҡала мөхите", "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте", "Балалар спорты" күргәҙмә-презентациялар партияның үҫеше һәм башҡарылған эштәр тураһында һөйләй ине. Ғөмүмән, күргәҙмә мәғлүмәт йәһәтенән бай, заманса итеп ойошторолоуы менән айырылып торҙо.

Рәмилә МУСИНА. 
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Читайте нас: