Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Март 2022, 14:30

“Был ил Башлығының уйланылған һәм мәжбүри ҡарары ине...”

Хәрби хеҙмәт ветераны,  Рәсәй ДОСААФ-ының  Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Игорь Нуриман улы Нурмөхәмәтов Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларындағы хәлдәр хаҡында һөйләне.

“Был ил Башлығының уйланылған һәм мәжбүри ҡарары ине...”
“Был ил Башлығының уйланылған һәм мәжбүри ҡарары ине...”

Хәрби хеҙмәт ветераны,  Рәсәй ДОСААФ-ының  Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Игорь Нуриман улы Нурмөхәмәтов Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларындағы провакация хәлдәре һәм башҡалар хаҡында һөйләне.

Игорь Нурмөхәмәтовтың белдереүенсә, был хәл Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһы составына ингәндән һуң ҡатмарлашҡан, сөнки был Көнбайыш һәм АҠШ пландарына бер нисек тә инмәгән булған.

“Беҙ үҙебеҙҙең ҡарар менән уларҙың стратегик ҡарарҙар ҡабул итеүенә ҡамасауланыҡ. 2018 йылдан Көнбайыш тарафынан етди саралар күрелгәйне, шул иҫәптән милли хәрәкәттәргә лә аҡса күсерҙеләр. Өҫтәүенә, Рәсәйгә лә янауҙар теркәлде. Украинала рус теле уҡытылған мәктәптәр ҙә ябылды, - тине Игорь Нуриман улы. – Зеленский ҙа Минск килешеүҙәренең бер пункты менән дә риза булмауы хаҡында белдерҙе. Зеленскийҙың Будапешт меморандумының һәм 1994  йылғы пакет санкцияларының ҡайтанан ҡарау тураһында хәбәр итеүе һуңғы тамсыға әйләнде. Әгәр был хаҡта башҡа ил етәксеһе әйтһә, шунда уҡ санкциялар килеп сығыр ине. Тик Украинаға ҡарата Көнбайыш яғынан бындай хәл күҙәтелмәне. Беҙҙең дәүләт етәксеһе һәм Рәсәйҙә йәшәүселәр был хәлгә тәьҫир итмәйенсә ҡалманы, һәм был махсус операцияға һуңғы нөктә булды ла”.

Махсус операция башланғас, илебеҙҙә йәшәүселәрҙең ике төрлө хис-тойғолар тойоуы ихтималлығы хаҡында ла әйтте Рәсәй ДОСААФ-ының  Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлексәһе етәксеһе. “Анализ яһағандан һуң, халыҡтың күп өлөшө, быны эшләргә кәрәк, йәғни был дәүләтебеҙ Башлығының уйланылған һәм мәжбүри ҡарары ине”, - тине Игорь Нурмөхәмәтов.

Фото: ufa-news.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: