Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Март 2022, 15:00

"Әсә йөрәгенең ни кисергәнен аңлайбыҙ"

Радий Хәбиров 8 март байрамына арналған сарала сығыш яһап, Украинала өс егетебеҙҙе юғалтыу тураһында ла әйтте. 

"Әсә йөрәгенең ни кисергәнен аңлайбыҙ"
"Әсә йөрәгенең ни кисергәнен аңлайбыҙ"

Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн Өфөләге “Торатау” Конгресс-холында Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ҙур тантаналы сара үтә. Унда бар Башҡортостандан алдынғы ҡарашлы, һәләтле, гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. Уларҙы байрам менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та тәбрикләне.

Башлыҡ матур теләктәрен еткерҙе, һәр ҡатын-ҡыҙға изге һүҙҙәрен әйтте. Шул уҡ ваҡытта тантаналы сарала сығыш яһап, һәммәбеҙҙе лә борсоған мөһим ваҡиғаларға туҡталды.

– Был көндәрҙә Рәсәй армияһы Украина биләмәһендә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡын яҡлау буйынса махсус хәрби операция уҙғара. Бының әсә йөрәге өсөн ни тиклем ауыр икәнлеген беләбеҙ. Әммә беҙ уларҙың, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, ҙур һуғыш беҙгә килмәһен өсөн, хәрби бурыстарҙы үтәүен яҡшы аңлайбыҙ. Рәсәй һуғышта башламаны, ә киреһенсә уны тамамлай. Уның барышында беҙҙең өсөн туғандаш Донбаста йәшәүсе ватандаштарыбыҙ күп йылдар һәләк булды. Бөгөн республикабыҙҙа ла юғалтыуҙар бар тип әйтергә мәжбүрмен. Беҙ хәрби бурысын үтәгән өс егетте юғалттыҡ. Беҙ яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләрен ҡалдырмаҫбыҙ, уларға хәстәрлек, изгелек, мөхәббәт күрһәтербеҙ һәм ярҙам итербеҙ, – тине ул.

Ошо йәһәттән ул республика кешеләренә лә мөрәжәғәт итте һәм был ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә күңел йылылығын йәлләмәҫкә, уларға ярҙам итергә саҡырҙы. 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: