Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Март 2022, 22:30

Социаль-иҡтисади хәлдең тотороҡлолоғон нисек һаҡларға?

Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән уҙған кәңәшмәлә ошо мәсьәләләр ҡаралды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

Социаль-иҡтисади хәлдең тотороҡлолоғон нисек һаҡларға?
Социаль-иҡтисади хәлдең тотороҡлолоғон нисек һаҡларға?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең Координация үҙәгенән видеоконференция режимында ил Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Чернышенко, Волга буйы федераль округы төбәктәре етәкселәре менән уҙғарылған кәңәшмәлә ҡатнашты. Көн тәртибендә - сит илдәр санкциялары ҡабул ителеүгә бәйле социаль-иҡтисади хәлдең тотороҡлолоғон һаҡлап ҡалыу өсөн күрелгән ярҙам саралары.

Кәңәшмәлә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Кузьмицкий, шулай уҡ Финанс, Иҡтисади үҫеш, Һанлы үҫеш министрлыҡтары һәм Хөкүмәттең Координация үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.

Вице-премьер билдәләп үтеүенсә, Координацион үҙәк базаһында тотош система барлыҡҡа килтергән предприятиеларҙың, шулай уҡ запастарҙың, һатыу күләмдәренең, ваҡлап һатыуҙың көндәлек мониторингы алып барыла. Был санкциялар иҡтисади күрһәткес һөҙөмтәләрен оператив һәм объектив баһаларға, уларҙы минималләштереү өсөн тиҙ арала ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек бирә.

"Беҙ кураторлыҡ итеү институты сиктәрендә һайлап алған өҫтөнлөклө проекттарҙы һәм округ башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙы туҡтатмаясаҡбыҙ. Киреһенсә, хәҙер уларҙы тиҙләтеү өсөн Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителә торған ҡыҫҡа ваҡытлы инструменттарҙы ҡулланырға кәрәк - тине Дмитрий Чернышенко. - Төбәктәрҙең өҫтәмә ярҙам саралары күрһәтеү буйынса Хөкүмәткә тәҡдимдәре лә ҡараласаҡ. Санкциялар предприятиелар өсөн үҙ производстволарын киңәйтеү, Рәсәй баҙарына сығыу мөмкинлегенә әүерелергә тейеш. Беҙгә бушап ҡалған кәштәләрҙе үҙебеҙҙә етештерелгән тауарҙар менән тултырыу кәрәк. Был яҡтан Волга буйы федераль округы субъекттарының мөмкинлектәре ҙур, уларҙа эре сәнәғәт кластерҙары урынлашҡан".

Вице-премьер төбәктәргә федераль тармаҡ заказдарына, шулай уҡ фәнни хеҙмәттәргә заяка формалаштырырға ҡушты. Уларға ресурстар Рәсәйҙең фәнни-технологик үҫеш дәүләт программаһына һалынған. Эштәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн йыл һайын 1,2 триллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк.

"Илебеҙгә санкция баҫымы иҡтисадтың барлыҡ тармаҡтары һәм халыҡтың тормош-көнкүреше өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Икенсе яҡтан, уларҙы яңы мөмкинлектәр булараҡ ҡарарға, үҫеш өсөн өҫтәмә импульс булараҡ ҡулланырға, киләсәктә тормоштоң теләһә ниндәй сценарийына әҙер булырға кәрәк, - тип билдәләне Алексей Кузьмицкий. - Округтың потенциалы, фәндә, мәғарифта, сәнәғәттә, IT-өлкәлә булған компетенцияларҙы ҡулланып, импортҡа алмаш өлкәһенә тулыһынса йәлеп ителергә тейеш".

Кәңәшмәлә төбәктәр етәкселәре урындарҙа ҡабул ителә торған бизнесҡа ярҙам саралары хаҡында һөйләне, айырыуса мөһим проблемаларҙы хәл итеү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.

Фото һәм сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: