Бөтә яңылыҡтар

Бурыстар партия менән берлектә ғәмәлгә ашырыла

“Халыҡ беҙгә ышанһын өсөн яҡшы эшләргә тейешбеҙ”

Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең “Старт 24” конференцияһы булды. Ултырышта республиканың партия ағзалары һуңғы өс йылғы эшкә йомғаҡ яһаны һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенә етәкселәр һайланы.  Сара эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе, Генераль совет секретары урынбаҫары Александр Сидякин, Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, райондарҙан делегаттар – урындағы партия бүлексәләре секретарҙары, “Йәш Гвардия” әүҙемселәре ҡатнашты. 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров конференцияның төп өлөшөндә:  “Беренсе сиратта юғары гражданлыҡ позицияғыҙ, илһөйәр һәм сабыр булғанығыҙ өсөн, дәүләт башлығы ҡарарын бер һүҙҙән хуплағанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путиндың Украинала махсус хәрби операция уҙғарыу тураһындағы ҡарарын тулыһынса һәм һис һүҙһеҙ хуплайбыҙ. Беҙҙең Ҡораллы Көстәрҙең төрлө шарттарҙа ла алдарына ҡуйылған хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәйәсәгенә ышанабыҙ”, – тип билдәләне.

Шулай уҡ республика етәксеһе Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашҡан ике яҡташыбыҙ – Ҡырмыҫҡалы районынан өлкән сержант Кузьма Николаевтың һәм Ейәнсура районынан өлкән лейтенант Алексей Кондратьевтың һәләк булыуы тураһындағы ҡайғылы хәбәр менән уртаҡлашты.

– Украинала Ейәнсура районынан өлкән лейтенант Алексей Кондратьев хәрби һаҡта һәләк булған. Офицер барған автомобиль ауыр юл-транспорт ваҡиғаһына осраған. Иҫәнғол ауылында уның ата-әсәһе, ҡатыны һәм биш айлыҡ сабыйы ҡалды... Ҡырмыҫҡалы районынан өлкән сержант Кузьма Николаев хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Беҙ мәрхүмдәрҙең туғандарының, яҡындарының, хеҙмәттәштәренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хәрби хеҙ­мәт­кәрҙәрҙең ғаиләләрен ташлама­ясаҡбыҙ, тейешле ярҙам күрһәтәсәкбеҙ.

Украина биләмәһендә махсус операцияла ҡатнашҡан беҙҙең яугирҙәр хәрби бурыстарын ҡаһармандарса үтәй, улар – ысын геройҙар. Уларға бөгөн “Беҙ һеҙҙең менән, егеттәр! Бөтә Рәсәй һеҙҙең менән!” тип әйтәбеҙ, – тине сығышында Радий Хәбиров.

Конференцияла ҡатнашыусылар һәләк булған яҡташтарыбыҙҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

– Беҙҙең партия һәр саҡ алғы һыҙыҡта. Иң ауыр минуттарҙа ла шулай булды. Еңел булмаған осорҙо берҙәм ҙур командабыҙ менән бергә кисерәбеҙ. Ике йыл дауамында коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә күп көс-ҡеүәтебеҙҙе һалдыҡ кеүек. Әле беҙҙең алда – сираттағы һынау, уны лайыҡлы үтергә тейешбеҙ, – тип Радий Фәрит улы Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына оҙатылған гуманитар ярҙам тураһында һөйләне.

Республика Башлығы партия эшенә ҡағылышлы сығышында 2023 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, ә унан һуң – 2024 йылда – Рәсәй Президентын һәм Башҡортостан Башлы­ғын һайлау уҙасағын билдәләне.

– Беҙгә Башҡортостандың дүрт миллиондан ашыу халҡы ҡарап тора. Улар беҙҙән тормоштоң тыныс булыуын, социаль йөкләмәләрҙе үтәүебеҙҙе һорай. Иң мөһиме – республика­быҙҙағы үҫеш тиҙлеге алдағы өс йылда туҡтамаһын, – тине Радий Фәрит улы. 

Республика Башлығы шулай уҡ алға ҡуйылған мөһим бурыстарға, ғәмәлгә ашырыласаҡ эштәргә ентекле туҡтал­ды һәм: “Халыҡ беҙгә ышанһын өсөн һәр саҡ яҡшы эшләргә тейешбеҙ”, – тип белдерҙе.

Артабан, көн тәртибенә ярашлы, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретарын, советын, президиумын һәм контроль комиссияһы ағзаларын һайланылар.

Тауыш биреү электрон тәртиптә йәшерен рәүештә ойошторолдо, был ысул Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡулланылды. Тауыш биреүгә ике кандидат ҡуйылды. Делегаттарҙың күпселеге Радий Хәбиров өсөн тауыш бирҙе. Шулай итеп, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары вазифаһына йәнә Радий Фәрит улы һайланды.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе, Генераль совет секретары урынбаҫары Александр Сидякин конференциялағы сығышында Донбассҡа гуманитар ярҙам күрһәткәне өсөн республика халҡына рәхмәт белдерҙе. Ул шулай уҡ 2021 йылдағы һайлау кампанияһы барышында төҙөлгән Халыҡ программаларын үтәүгә ҡағылышлы бурыстар тураһында һөйләне.

– Һайлаусыларҙың теләк-талаптары буйынса 2022 йылда 103 мәктәпте йүнәтеү, 300 мәктәп автобусын яңыртыу бурысы тора. 43 мәктәп спорт залдарын ремонтлау программаһында ҡатнашасаҡ. 200 ихатаны һәм 122 йәмәғәт урынын төҙөкләндерәсәктәр. 15 мәҙәниәт йортоноң матди нигеҙе тулыландырыласаҡ. Һигеҙ театрҙы яңыртыуға аҡса бүлеү ҡаралған, уларҙың өсәүһе – балалар театрҙары. Дүрт балалар сәнғәт мәктәбе бинаһына капиталь ремонт яһаласаҡ. Барыһы ла – Халыҡ программаһындағы аныҡ объекттар, уларҙы “Берҙәм Рәсәй” тормошҡа ашыра, – тине Александр Сидякин. Шулай уҡ ул 2024 йылға партия алдында торған етди бурыстарға туҡталды.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров партияның 2020 һәм 2021 йылдарҙағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Ошо йылдар ирекмәндәр хәрәкәтенә ярашлы уҙҙы. Уға асыҡ миҫал – “Беҙҙең хәстәр” партия проекты, ошо нигеҙҙә Башҡортостанда коронавирус панде­мияһы осоронда 500 меңдән ашыу кеше ярҙам алған.

– Мохтаждарға һөҙөмтәле адреслы социаль ярҙам күрһәтеү өсөн республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән 2020 йылдың 1 сентябренән “Хәстәр картаһы” проектын ғәмәлгә ашырабыҙ. Уның ярҙамында йыл ярым ваҡыт эсендә 30 меңдән ашыу кешегә ярҙам күрһәтә алдыҡ, – тине Рөстәм Әхмәҙинуров.

Сарала Радий Хәбиров партияның әүҙем ағзаларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Рөстәм Әхмәҙинуров – Салауат Юлаев ордены, Александр Сидякин һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһенең баш бухгалтеры Лиана Лоҡманова Башҡортостан Республикаһының Рәхмәт ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.

Сарала бер нисә фекер алышыу майҙансығы эшләне: “Мобилизациялау буйынса проекттарға булышлыҡ итеү”, “Депутаттар корпусы – республика командаһы/Хәбиров командаһы”, “2035 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү стратегияһы”, “Атайсал”.

Белем биреү блогында “Берҙәм Рәсәй – Башҡортостан” гәзитенең уҡытыу лабораторияһы”, “Юғарыға” мобиль ҡушымтаһында эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе”, “Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар грантына ғариза әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе” тигән темалар буйынса эш алып барылды.

Конгресс-холл фойеһында конференция айҡанлы тематик күргәҙмәләр ойошторолдо. Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй”гә 20 йыл – партияның төбәк бүлексәһе барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше” тематик экспозицияһы, “Ватан һаҡ­сыһы”, “Республиканы ас”, “Айыҡ Башҡортостан”, “Хәүефһеҙ Башҡорт­остан”, “Ихата хоккей лигаһы”, “Алтын ҡулдар”, “Атайсал-яҡташтар” республика партия проекттарының һәм “Ҡала мөхите”, “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте”, “Балалар спорты” күргәҙмә-презентациялары партияның үҫеше һәм башҡарылған эштәр тураһында һөйләй ине. Ғөмүмән, күргәҙмә мәғлүмәт йәһәтенән бай, заманса итеп ойошторолоуы менән айырылып торҙо.

Мәғлүм булыуынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе сафында 3450 түбәнге бүлектә торған 102 меңдән ашыу ағза иҫәпләнә, шулай уҡ партия яҡлы 42,5 мең кеше бар. Республикала Төбәк йәмәғәт ойош­маһы эшләй, ул урындарҙағы 69 йәмәғәт ҡабул итеүе бүлегенең эшен көйләй.

 

Рәмилә МУСИНА. 

 

Гөлнур ҠОЛҺАРИНА, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:

 – Партияның эш органдарын яңыртыу буйынса конференция үтте. Беҙ “Берҙәм Рәсәй” партияһының советында, инде өсөнсө саҡырылыштыр инде, әүҙем эш алып барабыҙ, “Халыҡ контроле”нә етәкселек итәм. Алдағы йылдарға маҡсаттарҙы билдәләп, йәштәрҙе партия эшенә йәлеп итеүҙе һәм улар менән эшләүҙе күҙаллайым. Иң мөһиме, әлбиттә, илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың берҙәмлеген нығытыу буйынса эштәр алып барабыҙ. Рәсәйҙә сәйәси хәл тотороҡло булһын өсөн, сәйәси ойошма булараҡ, “Берҙәм Рәсәй”ҙең әһәмиәте бик ҙур, һәм шуға ла был йәһәттән илһөйәрлекте тәрбиәләү буйынса ла әүҙемлекте юғалтырға ярамай.

 

Яков КУГУБАЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:

– Рәсәйҙә һәм унан ситтә барған ваҡиғалар ваҡытында ошо конференцияны ойоштороу бик мөһим. Беҙ мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙек, граждандар, халыҡ менән бергә эшләү зарурлығын билдәләнек. Хәҙерге заманда беҙҙең урындарҙағы һайлаусыларҙың фекере ҙур әһәмиәткә эйә икәнен аңларға һәм улар менән тығыҙ бәйләнештә булырға кәрәк, йәғни кешеләр менән эшләргә, уларҙы ишетергә һәм, улар хуплаған юҫыҡтан сығып, ҡарарҙар ҡабул итергә. “Берҙәм Рәсәй” – Рәсәйҙә иң ҙур сәйәси партия. Халыҡтың, һайлаусыларҙың фекерен Президентҡа еткереү, шулай уҡ Рәсәй етәксеһенә уның ҡарарҙарын граждандарҙың күпселегенең хуплауын белдереү – партияның төп бурыстарының береһе.

 

Гүзәл НАСИРОВА, Иглин районы хакимиәте башлығы:

– Бер йыл хакимиәт башлығы булып эшләйем. Эш күп һәм уларҙы партия менән бергә ғәмәлгә ашырабыҙ. Хәйриә акцияларын да бергәләп ойошторабыҙ. Беҙ иһә алға ҙур маҡсаттар ҡуйҙыҡ, район үҫеше буйынса “юл карта”һын эшләнек. Урындағы халыҡ партия проекттарында, шул иҫәптән “Аныҡ эштәр”ҙә, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү’’ программаларында ҡатнаша. Халыҡҡа яҡшылап, ентекләп аңлатһаң, улар ошо программаларға ихлас ҡушыла. Әле халыҡта ышаныс тыуҙы, һәм кешеләр үҙҙәре тәҡдимдәр менән килә башланы. Был башта үҙебеҙҙең эште, ниндәй мөмкинлектәр булыуын күрһәтеү һөҙөмтәһелер. Райондың ҡеүәте ҙур, эште әүҙемләштерергә тейешбеҙ.

 

Флүр ДУҪМӨХӘМӘТОВ, “Социум” халыҡты социаль хеҙмәт­ләндереү үҙәге директоры:

– “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге Өфө ҡалаһының Совет һәм Ленин райондарын, Өфө һәм Мәсетле райондарын хеҙмәтләндерә. Оло быуын кешеләре, инвалидтар менән эшләйбеҙ, өйҙәренә барып ярҙам итәбеҙ. Беҙҙең ойошма федераль һәм республика гранттарында күп ҡатнаша. Киләсәк – йәштәр ҡулында, шуға ла йәштәр менән эшләргә кәрәк, тип иҫәпләйем.

Читайте нас в