Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына Украинала барған махсус операция барышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә бөтә яҡлап ярҙам итергә ҡушты.
– Беҙҙә бөгөнгә өс кеше һәләк булған. Алдан һөйләшкәнсә, уларҙың ғаиләһенә ҙур иғтибар биреләсәк. Балалары аяҡҡа баҫҡансы, ғүмер буйы ярҙам итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев һәр ғаилә өсөн яуаплы, уларҙың һәр береһен танырға һәм ниндәй ярҙам кәрәк икәнлеген белеп торорға тейеш.
– Беҙ уларҙы бәләлә яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Фото: news.myseldon.com