Бөгөн Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ДХР һәм ЛХР-ға гуманитар миссия йомғаҡтары тураһында һөйләне.
– 4 мартта беҙ Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына гуманитар ярҙам ебәрҙек. Был эштә ҡатнашҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт. Йөк барып етте. Халыҡ бик рәхмәтле булды, беҙҙең йөктө һәм кешеләрҙе ҙур шатлыҡ менән ҡаршы алдылар, – тине республика етәксеһе.
Тик эш бының менән генә туҡтамай. Радий Хәбиров Донецк һәм Луганск халҡына ярҙам итеү өсөн тағы бер автоколонна ойошторорға ҡушты.
– Беҙҙең Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары менән айырыуса яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙы беләһегеҙ, тәүге конвой уңышлы барып етте, ул ҡайтҡас та икенсеһен әҙерләй башлағыҙ. Унда ихтыяж ҙур, уларға нимә кәрәклеген аныҡ аңларға ғына кәрәк. Ярҙамдың бер өлөшө – Донецк, икенсеһе Луганск халыҡ республикаларына юллана. Билдәле булыуына, генералыбыҙ Миңлеғәле Шайморатов Беренсе Май ҡасабаһында ерләнгән, шуға күрә Красный Луч менән мөнәсәбәттәребеҙ айырыуса мөһим, быға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым, – тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан Красный Луч ҡалаһына гуманитар конвой кисә, 8 мартта, килде. Башҡортостандан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына 75 тонна ярҙам килтерелгән.
Фото: "Башинформ".