Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Март 2022, 14:30

Уйламай эшләгән өсөн 15 йылға тиклем төрмә янай

Шуныһы ҡыҙғаныс, пикетҡа сыҡҡандар араһында республика вуздары студенттары, йәштәр бар...

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Ҡораллы Көстәре тураһындағы ялған мәғлүмәтте - фейктарҙы таратҡан өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына 207.3-сө статья өҫтәлде – “Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрен файҙаланыу тураһында ялған мәғлүмәтте белә күрә таратыу” тураһында.

Бындай эштәр өсөн 1,5 миллион һум штраф һалыу йәки өс йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Әгәр кеше үҙенең хеҙмәт вазифаһын файҙаланып йәки яуыз уй-ниәттә ошондай фейктар таратһа, ул саҡта яза тағы ла ҡатыраҡ буласаҡ: штраф биш миллион һумға тиклем артасаҡ, шулай уҡ биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған. Ә инде айырыуса ауыр эҙемтәләргә килтергән ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн 10 – 15 йылға иректән мәхрүм итәсәктәр.

Шулай уҡ законға индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, “Рәсәй Федерацияһы һәм уның граждандары мәнфәғәтен яҡлау, халыҡ-ара тыныслыҡты һәм хәүефһеҙлекте яҡлау маҡсатында Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрен файҙаланыуҙа абруйын төшөрөүгә йүнәлтелгән асыҡ эшмәкәрлек”  өсөн (280.3-сө статья) 30 мең һумдан 100 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ.

Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексына индерелгән өсөнсө төҙәтмәгә ярашлы, санкцияларға саҡырыу өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡаралған, йәғни бындай тәртип боҙоу өсөн 500 мең һумға тиклем штраф һалынасаҡ йәки ул кеше өс йылға тиклем иректән мәхрүм ителәсәк һәм тағы ла өҫтәп 200 мең һум штраф түләйәсәк.

Был закондарҙы Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы бер көндә хупланы, Рәсәй Президенты ла ҡул ҡайҙы. Үрҙә әйтелгән закондар ҡул ҡуйылған көндән, 4 марттан, ғәмәлгә инде.

Тимәк, урамға плакат тотоп сығыр йәки интернет селтәре аша төрлө саҡырыуҙар таратыр алдынан был эшмәкәрлектең бик күңелһеҙ тамамланасағы тураһында һәр кем ныҡлы уйланырға тейеш.

Әйткәндәй, был закон 5 марттан ғәмәлгә инеүгә ҡарамаҫтан, республикала ҡайһы бер кешеләр байрам һәм ял көндәрендә пикетка сыҡты йәки минтингтар уҙғарырға маташты, әммә тәртип һаҡлау органдары уларҙың эшмәкәрлеген шунда уҡ туҡтатты, был кешеләргә ҡарата протоколдар төҙөлгән, хәҙер уларҙың яҙмышын суд хәл итәсәк.

Шуныһы ҡыҙғаныс, пикетҡа сыҡҡандар араһында республика вуздары студенттары, йәштәр бар. Улар бит был эшмәкәрлектәре менән үҙҙәренең киләсәген юҡҡа сығара, артабан яҡшы эшкә урынлашыуы ла ауыр буласаҡ, енәйәт яуаплылығына тарттырылған кешенең эштән китеүен һорауҙары ла ихтимал.

Әлбиттә, ошо йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе урамға сығарған кешеләр аҫтыртын рәүештә эш итә, йәштәребеҙҙең яҙмышын боҙа. Шуға ла ата-әсәләләргә ситтә уҡып йөрөгән балаларын ошо насар эҙемтәләр хаҡында иҫкәртергә, уларҙы яңылыш аҙымдан араларға кәрәк. Балаларыбыҙҙы уҡырға тигән маҡсатта  ҡырға ебәрәбеҙ бит.

Бөгөн уртаҡ йортобоҙ – Рәсәй яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж, Украиналағы махсус хәрби операция ошо маҡсатта алып барыла, шуға ла беҙ, Рәсәй халҡы, берҙәм, татыу булырға тейешбеҙ. Илдәге хәлде тотороҡһоҙландырыуға йүнәлтелгән сараларға юл ҡуймайыҡ, уяу булайыҡ.

Фото: nalog.gov.ru

Уйламай эшләгән өсөн 15 йылға тиклем төрмә янай
Уйламай эшләгән өсөн 15 йылға тиклем төрмә янай
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: